Ғәләмәт донъя

Хатта бөгөн дә эксперттар бының нимә икәне тураһында бәхәсләшә: күпләп психозмы, тәбиғи аномалиямы, әллә инде билдәһеҙ көстәрме?

Ғәләмәт донъяҒәләмәт донъя
Ғәләмәт донъя

1970‑се йылдарҙың аҙағында Лондондың Энфилд биҫтәһендә була был ҡурҡыныс хәлдәр. Пегги Ходжсон дүрт балаһы менән Риллингтон урамындағы күрекһеҙ генә бер йортта йәшәгән.

Кошмарҙар төндә шым ғына шыбырлау-шығырлау тауыштарынан башлана. Балалар быны ел менән бәйләһә, әсә, нервыларҙың ҡаҡшауы, тип уйлай. Әммә тиҙҙән был шығырлауҙар күпкә ҡурҡынысыраҡ нәмәгә әйләнә: ултырғыстар урынынан күсә, тәрилкәләр бер сәбәпһеҙ кәштәләрҙән тәгәрәп килеп төшә. Пегги быға төрлө аңлатмалар табырға тырыша, әммә аномалиялар көндән-көн көсәйә. Бер төндә өлкән ҡыҙы Маргарет карауатының аҫтында ныҡ итеп нимәнеңдер тулауынан уянып китә, ҡото осоп ҡысҡыра. Кесе һеңлеһе уянғас, матрастың һауаға күтәрелеп, тирбәлеп торғандан һуң тоноҡ гөрһөлдәп кире карауатҡа төшкәнен күрә. Ҡобаралары осҡан ҡыҙҙар әсәләре янына йүгерә. Пегги уларҙың бүлмәһенә ингәс, ҙур төйөндәргә төйнәлеп бөткән япмаларҙы күреп, шаҡ ҡата.
Тиҙҙән полтергейст тауышланырға тотона: ғырылдаҡ тауышы менән янауҙар шыбырлай, мәғәнәһеҙ һүҙҙәр ҡысҡыра, ә ҡайһы саҡта ғаилә ағзаларының бер нисә сәғәт элек әйткән һүҙҙәрен ҡабатлай. Балалар мөйөштәрҙә шәүләләр күреүҙәрен әйтә. Бер көндө, ғаилә киске ашҡа йыйылғанда, ҡараңғылыҡтан кеше тауышына оҡшамаған, йән өшөткөс көлөү тауышы ишетелә.
Ходжсондарҙың өйөнән сыҡҡан тауыштарҙы ишеткән күршеләре полиция саҡырта. Полицейскийҙар, моғайын да, «ғаилә ыҙғышылыр» тип вайымһыҙ ғына адрес буйынса килә. Әммә аш бүлмәһендә өҫтәлдең һауаға күтәрелеп, стенаға табан яйлап осҡанын үҙ күҙҙәре менән күргәс, офицерҙар ҙа юғалып ҡала. Патруль хеҙмәткәрҙәре һуңынан отчетҡа «аңлатып булмаҫлыҡ хәл» - «предметтар үҙ аллы хәрәкәт итте» тип яҙа.
Тиҙҙән был хәлде асыҡлауға журналистар ҡушыла. Ходжсондарҙың йортона паранормаль күренештәрҙе тикшереүселәр ағыла.
Улар араһында һуңынан «Заклятие 2» фильмын төшөргән ижади төркөмдө илһамландырған кешеләр ҙә була – билдәһеҙ зат менән бәйләнешкә инергә тырышҡан парапсихологтар. Улар бүлмәләге температураның киҫкен төшөүе, ә магнитофондарҙың кеше ҡолағы ишетмәҫлек йышлыҡтағы шыбырлауҙарҙы яҙып алыуы хаҡында һөйләйҙәр. Йортҡа хәрәкәт датчиктары ҡуйған эксперттарҙың береһе һуңынан төн эсендә ике йөҙҙән ашыу аномаль хәрәкәтте теркәүен, хатта ҡайһы бер предметтарҙың бер ярым метр бейеклеккә тиклем левитациялауын таный.
Полтергейст әүҙемлегенең иң юғары нөктәһе 1977 йылдың көҙөнә тура килә. Шул төндә стеналар һелкенә, розеткаларҙан осҡондар һибелә, ә бүлмәләрендә йоҡлап ятҡан балалар көтмәгәндә һауаға күтәрелә. Маргарет уға табан ҡул һуҙған, йөҙө боҙолған «ҡара кешене» күреп, ҡысҡыра. Ҡыҙҙы аҫҡа төшөргәс, япмала бармаҡ эҙҙәрен хәтерләткән билдәләр ҡала...
Паранормаль хәлгә шаһиттар һаны арта бара. Ходжсондарҙың күршеләре көндөҙ ҙә, ғаилә өйҙә булмаған саҡта, йорттан сәйер тауыштар ишетелеүе тураһында һөйләй. Йорт янында “дежур иткән” журналистар ишектәрҙең үҙҙәренән-үҙҙәре асылыуын, ә китаптарҙың кәштәләрҙән билдәле бер тәртиптә төшөп, латин телендәге һүҙҙәргә теҙелеүен теркәй.
Пегги Ходжсон, башта тыныс ҡалырға тырышһа ла, яйлап ҡурҡыуға бирелә бара. Төнөн тауыш уға «юғал» тип бойора, «балаларыңды йолҡҡослаясаҡмын» тип янай. Сикһеҙ ҡурҡҡан бисара ҡатын полициянан ғаиләһен икенсе ергә күсереүҙе үтенә, әммә уның кеүек үк аптырашта ҡалған чиновниктар тик ҡулдарын ғына йәйә. Өмөтһөҙлөккә бирелеп, әсә урындағы руханиҙарға ярҙам һорап бара, ләкин экзорцизм (ен ҡыуыу) бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй, киреһенсә, йоланан һуң полтергейстың әүҙемлеге яңы көс менән арта.
Тикшеренеүселәр бер нисә теория тәҡдим итә. Ҡайһы берҙәре быны “внушение” (ышандырыу) аша көсәйгән күмәк истерия тип һанаһа, икенселәре - был урынға бәйләнгән «ен-шайтан касафаты» тип иҫәпләй. Әммә бер гипотеза ла аномалияларҙың ни өсөн кинәт кенә – йыл ярымдан һуң, 1979 йылдың башында - туҡталыуын аңлата алмай. Шаһиттарҙың һуңғы яҙмаларында әйтелеүенсә, полтергейст «юғалған» төндә йортто бихисап аяҡтарҙың дөбөр-шатыр атлауына оҡшаш көслө гөрһөлдәүҙәр тетрәтә, ә һуңынан барыһы ла ҡапыл ғына тына.

Ходжсондар ғаиләһе тиҙҙән күсеп китә, әммә булған хәл тураһындағы имеш-мимештәр Лондонды борсоуҙан туҡтамай. Һуңыраҡ билдәле булыуынса, Риллингтон-стриттағы йортта 1940-сы йылдарҙа Джон Кристи исемле сериялы маньяк йәшәгән, ул үҙенең ҡорбандарының кәүҙәләрен диуарҙар эсендә “күмгән” булған. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр полтергейсты уның рухы менән бәйләй, әммә быға туранан-тура дәлилдәр табылмай.
Энфилд полтергейсы тарихы «Заклятие 2» фильмына нигеҙ итеп алынған, әммә фильмда күп кенә деталдәр йомшартылған. Ысынбарлыҡ иһә күпкә ҡурҡынысыраҡ булған: меңләгән битлек полиция отчеттары, аңлатып булмаҫлыҡ күренештәр төшөрөлгән тиҫтәләгән видеояҙмалар, балаларҙың симуляция яһамауын раҫлаған табиптарҙың күрһәтмәләре. Хатта бөгөн дә эксперттар бының нимә икәне тураһында бәхәсләшә: күпләп психозмы, тәбиғи аномалиямы, әллә инде билдәһеҙ көстәрме?

Автор:
Читайте нас