Көнгәк
+25 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Яҙмыш бит ул. Төрлөсә була.

Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы

Ҡәйнә менән килен араһындағы кире мөнәсәбәт минең яҙмышта асыҡ сағыла. Йәшләй генә күрше ауылдағы егеткә кейәүгә сыҡтым. Атай-әсәйем мин бәләкәй саҡта уҡ аварияға осрап вафат булған, шунлыҡтан алты йәшемдән өләсәй тәрбәһендә ҡалдым.

Мәктәпте тамамлағас, фермала эш башланым, ҡайҙалыр сығып китеү тураһында уй башыма ла инеп сыҡманы. Тап ошонда көҙгөһөн йәйләүҙән ҡайтҡанда күрше ауыл егете Ҡадир менән таныштым. Ул да яҙғыһын армиянан ҡайтып, совхозда эшләй.

Ата-әсәһе хәллеләр, әммә бик ҡаты, ваҡсыл тип һөйләне ауылдыҡылар. Йәш саҡ был минең өсөн кәртә түгел ине, Ҡадир декабрь урталарында һоратырға киләсәктәре тураһында әйткәс, бәхеттең етенсе ҡатында итеп хис иттем үҙемде. Әсәһенең уҫаллығын никах уҡытҡанда уҡ тойҙом. Өләсәйҙең өҫтәлгә теҙгән тәм-томон ҡалаҡтың осо менән генә тәмләп, йөҙөн сирып ултырҙы. Аш сығарғастар шым, әммә бөтәһенә ишетелерҙәй тауыш менән киҫелгән туҡмастың бармаҡ йыуанлығы икәнлеге тураһында әйтеүе лә табындағыларҙың кәйефендә сағылмай ҡалманы.Оло йәштә булыуына ҡарамай ҡасандан бирле йүгереп әҙерләнгән өләсәйемде шул тиклем йәлләнем. Ҡадирҙың йөк машинаһына ултырып киттем килен булып күрше ауылға. Бейек ҡойма менән уратылған ихатаға аяҡ баҫыуым менән үҙемдең бында артыҡ буласағым тураһында тойҙом.

Йортҡа ингәс, бирнәлек түшәк-яҫтыҡтарҙы тотоп тупһала ҡатып ҡалдым. Беҙҙе саҡырыусы, өйгә саҡырыусы, хатта сығып ҡаршы алыусы ла булманы. Ҡадир әйберҙәрҙе ишек төбөндәге шаршау менән ҡоршалған бүлмәгә урынлаштырышты. Мин артабан ни эшләргә тейешлегемде белмәй, аптырап ҡалдым. Шул саҡ ҡәйнәм пәйҙә булды. Ҡадирға тамаҡ төбө менән ҡысҡырып ебәрҙе:

- Хәҙер ошо хәйерсене кеше итәбеҙме инде? Йүнле кәләш таба алманыңмы, күрҙеңме йортон, йәшәгән урынын?

- Әсәй, тыныслан. Мин уны яратам. Теләмәһәң иртәгә үк айырым сығырбыҙ,- тине ул мине яҡлап.

Иртүк тороп фермаға юлландыҡ, сәй эсеп торманыҡ, аш бүлмәһендә лә миңә урын юҡлығын аңлай инем. Ике айҙан ауырға ҡалдым. Эй, ҡыҙыл сөгөлдөр ашағым килә. Баҙҙа бар сығарып бирәм тип төштө бит Ҡадир.Ҡайҙа бешереү- телеп сей килеш ауыҙыма ғына ҡабыуым булды, ҡәйнәм тып итеп килеп баҫты. “Үҫтереп ашарһың, һинең өсөн түгел ул”,- тине ул ыҫылдап ҡулымдағы нәҙек телем итеп туралған сөгөлдөрҙө тартып алып.

Февраль урталарында төрлө ҡыйырһытыуҙарға түҙмәй, айырым сыҡтыҡ. Сабыйым сирле тыуҙы. Бында ла уҫал ҡәйнәм мине ғәйепләне. Район үҙәгенә дауаханаға күп йөрөргә кәрәк булғас, бала аҡсаһына иҫке генә машина алдыҡ. Аҡса йыйып йорт төҙөргә ниәтләнек. Яҙмышым шулай булғандыр,  көҙгө ҡараңғы кистә бала ауырый башлағас, район үҙәгенә юлландыҡ. Сабый һаулығы өсөн ныҡ хәүефләнгән Ҡадир тайғаҡ боролошта машина менән идара итә алмай, аварияға эшләне. Беҙ иҫән ҡалдыҡ, ул вафат булды. Ошонан һуң беҙ ҡәйнәм өсөн ысын дошманға әүерелдек. Көн дә килеп беҙҙе ҡарғай, былай ҙа һалҡын йорттоң тәҙрә быялаларына тиклем онтап бөттө.

Йыйынып өләсәй йортона  ҡайттыҡ. Бында ла килеп һаман мине үлтереүсе тип яла яғып, урам буйлап насар һүҙ таратып йөрөнө, ауылда оҙаҡ йәшәмәнем. Өләсәй донъя ҡуйғас, ҡалаға күстем. Ҡәйнәмдең мине яманлағаны һаман ишетелә әле...

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Яҙмыш бит ул. Төрлөсә була.
Яҙмыш бит ул. Төрлөсә була.
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас