

Бәләкәй генә бер ҡош ҡышлау өсөн көньяҡҡа оса. Көн шул тиклем һыуыҡ була, ул туңып, ҙур бер ялан уртаһына ҡолап төшә. Шунда ятҡан саҡта янынан үтеп барған һыйыр ҡошсоҡ өҫтөнә "ҡоймаҡ" төшөрөп китә. Һыйыр тиҙәге аҫтында ятҡанда, ҡош үҙенә ни тиклем йылы булыуын аңлай. Бер ни тиклем ваҡыттан уға тамам хәл инә! Шул ҡыуанысын башҡаларға күрһәтер өсөн һайрап та ебәрә. Янынан үтеп барған бесәй бының тауышын ишетеп туҡтап ҡала. Мыраубай табышын тиҙәк аҫтынан соҡоп сығара һәм ашап та ҡуя.
Бында төп мәғәнә нимәлә һуң?
1) Һеҙгә насар булып күренгән һеҙҙең дошманығыҙ түгел.
2) Һеҙҙе "тиҙәк"тән сығарған һеҙгә дуҫ булмауы бар.
3) Һеҙгә яҡшы һәм йылы булғанда, ауыҙығыҙҙы ябып тороу яҡшыраҡ.