

Ҡурҡып ҡалған испан Фуэнлабрад дауаханаһына үҙ аллы барып етә, унда уның йөрәге туҡтай. Табиптар ирҙең ғүмере өсөн 65 минут самаһы көрәшә - реанимация яһай. Стабилизациянан һуң пациентты икенсе дауаханаға күсерергә ҡарар итәләр. Юлда саҡта Эдуардоның йөрәге тағы туҡтай.
Ашығыс ярҙам машинаһы медицина учреждениеһына табан елдергән мәлдә, Эдуардо теге донъяға барып сыға.
Тәүҙә ул, гүйә, өҫтән ашығыс ярҙам машинаһын һәм уны оҙатып килгән полиция машиналарын күрә, ә һуңынан судҡа оҡшаш ергә килеп инә. "Ултырышта" уның 20 йыл элек вафат булған олатаһы ҡатнаша.
Судта Эдуардоға, миссияһы тамамланмағанлыҡтан, ҡалырға ярамай, тип хәбәр итәләр. Испан үҙе кире ҡайтырға теләмәүен, ә булған хәл ысынбарлыҡ булып күренгәнен таный. Әммә ул тамамланмаған эштәре тураһында иҫенә төшөрә һәм нисек тә ҡайтырға була. Олатаһы ярҙам итеп, уға ел йүнәлтә.
Ир иҫенә килгәс, туғандарынан, ашығыс ярҙамды полиция хеҙмәткәрҙәре оҙатып барҙымы, тип һорай. Башҡа нәмәләрҙе лә белешә. Яҡындары ыңғай яуап бирә, уның әйткәндәрен раҫлай.
Ошо ваҡиғанан һуң Эдуардо теге донъяның барлығына инанған.