Көнгәк
+20 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Лимондар һәм көнсөллөк

Бер көн ҡатыным магазинға лимон алырға ебәрҙе.

Лимондар һәм көнсөллөкЛимондар һәм көнсөллөк
Лимондар һәм көнсөллөк

Бер көн ҡатыным магазинға лимон алырға ебәрҙе. Тымаулап ауырый ине. Артымдан: "Матурын, серемәгәндәрен ал", - тип ҡысҡырып ҡалды. Мин лимонлы кәштә янына килдем, тикшерәм: бөтәһе лә тиерлек быжыған, ҡалын тышлы. Күҙ сите менән генә ҡарайым: уң яҡтағы йәшниктән бер ир һайлап тора. Ундағылар эре, өлгөргән.

Был китһен дә, мин дә шунан һайлап аласаҡмын, тип уйлайым. Күршемдең үҙенә кәрәген алып тиҙерәк китеүен көтәм. Ә ул һаман теге лимондарҙың әле береһен, әле икенсеһен ҡапшап булыша. Биш минуттан түҙемлегем бөтөп, үҙе тураһында нимә уйлағанымды әйтергә уйлап боролғас... уң яҡта көҙгө торғанын күреп телһеҙ ҡалдым...

Автор:
Читайте нас