

- Дуҫым, мин аңламайым: ярлы кешегә килһәң, ул дуҫтарса һәм мөмкин тиклем ярҙам итә. Байға килһәң, ул бер кемде лә күрмәй. Был байлыҡ менән аңлатыламы?
- Тәҙрәгә ҡара. Нимә күрәһең? Бала эйәрткән ҡатын, баҙарға китеп барған арба…
- Яҡшы. Ә хәҙер көҙгөгә ҡара. Унда нимә күрәһең?
- Мин унда нимә күрә алам? Үҙемде инде.
- Бына ҡара, тәҙрә лә, көҙгө лә быяланан. Тик уға бер аҙ көмөш өҫтәү менән унда үҙеңде генә күрәһең.