

Инде балаға узырга ла була тигәндә генә ирем ауыр сирҙән вафат булды. Робот кеүек инем, тормошом тотош томан эсендә һымаҡ, үҙемде үҙем ситтән кино ҡарағандай ҡараған һымаҡ инем ул саҡтарҙа : бына ул бүлмә уртаһында ултырғыстар өҫтөнә ҡуйылған таҡтала ята, мин иҫәңгерәп янында ултырам, бына мин айкала сайҡала зыяратка китеп барам, ҡәбере өҫтөнә тупраҡ ташлайым, мәңгелеккә айырылышыу уйы аңыма барып етеп иҫемде юйып йығылам. Өсөн, етеһен, ҡырҡын уҡытыу, туғандар, дуҫтар, йыуатыуҙар, бер-береһенә оҡшаған көндәр-төндәр.
Бер көн ҡапыл ғына Өфөгә барырға, элек ирем менән студент саҡта бергә йөрөгән урамдарҙа, урындарҙа йөрөп ҡайтырға йыйындым. Дәртләнеп ҡабынып киттем ошо уйҙан. Көнөндә йөрөп ҡайтыр өсөн төндә юлға сыҡҡан такси менән һөйләшеп килештем. Кисен эштән ҡайтҡас та мин ишекте эстән биклэйем дә, асҡыстарҙы кәштәгә һалам. Төндә йыйынып юлға сығам тиһәм асҡыстар урынында юҡ. Өйҙөң аҫтын-өҫкә әйләндерҙем, әммә таба алманым. Такси башҡа көтә алмайым тип китеп барҙы. Теләгемә ирешә алмағанға нисек илағанды күрһәгеҙ. Ишекте емереп сығырға бер нимә лә булманы. Балкондан ташланып улерлек хәлдә инем, кинәт әсәйемде иҫләп, уны йәлләнем. Үкһеп илап йоҡларға яттым һәм ҡапыл иремдең эргәлә ятҡанын тойҙом, мине үҙенә ҡыҫып, тынысландырырға тырышҡанын тойҙом. Был тойғо шул тиклем көслө ине, хатта уның үлгәнен дә онотоп, һис бер ҡурҡыуһыҙ уға һыйынып ҡына кинәт тынысланып йоҡлап киттем.
Иртән асҡыстар мин ҡалдырған урында ята ине. Был шулай булырға тейеш кеүек ҡабул иттем. Көнө буйы элек ирем менән бергә ҡараған киноларҙы ҡарап диванда тик яттым. Юрған-мендәр уның йылыһын, еҫен һаҡлаған кеүек ине.
Кисен интернетта мин барырға тейешле таксиның аварияға тарыуы, ике пассажирҙың үлеүе хаҡында хәбәрҙе уҡып белдем. Минең өсөн ул поездка нимә менән тамамланыр ине белмәйем, бәлки ул пассажирҙарҙың береһе мин булыр инем. Мине ҡәҙерле, ныҡ һөйгән ирем үлемдән ҡотҡарып ҡалғанын беләм. Миңә йыш ҡына ниңә кейәүгә сыҡмайһың, бала табыр инең тиҙәр. Уны алыштырырҙай кеше юҡ.