Көнгәк
+12 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Беҙ үҫкәндә күршеләр туғандан да яҡыныраҡ ине

Ә хәҙер нишләнек?

Беҙ үҫкәндә күршеләр туғандан да яҡыныраҡ инеБеҙ үҫкәндә күршеләр туғандан да яҡыныраҡ ине
Беҙ үҫкәндә күршеләр туғандан да яҡыныраҡ ине

Ишектәр бикләнмәй ине, берәүҙең бәрәңгеһе бөтһә — икенсеһе бирә, берәүгә өй һалырға кәрәк булһа, бөтә күрше-тирә йыйылып өмә яһай инек. Һөйләшеп һүҙҙәребеҙ, бүлешеп сәйҙәребеҙ бөтмәҫ ине.
Ә хәҙер нишләнек? Заманаһы шундаймы, кешеһеме... Ике араға кеше күренмәҫлек бейек тимер ҡоймалар ҡорҙоҡ. Күршең менән бер стена аша йәшәп тә, исемен белмәүең мөмкин. Осрашҡанда ла, башыңды түбән эйеп, «һаумы» тип кенә уҙып китәһең. Берәр ярҙам һорарға ла ҡурҡып тораһың, сөнкә һәр кем үҙ донъяһында, үҙ ҡабығында. Күршеңдә нәмә булғанын белмәйенсә йәшәү — нормаға әйләнде.
Ҡайҙа китте ул күрше хаҡы? Ҡайҙа китте ул элекке йылылыҡ? Бейек ҡоймалар артына ҡасып, бер-беребеҙгә ят булып бөттөк бит. Йөрәк һыҡрай шуларҙы уйлаһаң... Һеҙҙең күршеләр менән мөнәсәбәттәрегеҙ нисек? Элеккесә аралашып, ярҙамлашып йәшәүселәр бармы әле?

Автор:
Читайте нас