

Бер бабай бар беҙҙә. Өс бала үҫтергән, барыһына ла ҡаланан фатир алып биргән, уҡытҡан. Ҡатыны үлгәс, балалары уның фатирын һатып, аҡсаһын бүлешеп алғандар ҙа, үҙен сиратлап ҡарарға килешкәндәр. Тик бер ай унда, бер ай бында йөрөгән ҡарт ҡыҙҙары менән килендәренә ауырлыҡ тыуҙырған. Ахырҙа, алдап, беҙҙең учреждениеға килтереп ҡалдырҙылар. Был бабай ҡарттар йортона килгән һәр машинаға өмөт менән ҡарай, балалары ишеккә килеп инмәҫме тип көтә. «Уланым вәғәҙә иткәйне, алып китәм тигәйне» тип бала кеүек ышана. Бер аҙна элек инсульт булды уға. Саҡырттыҡ балаларын, береһе яуап бирмәне, «эштән бушай алмайбыҙ» тинеләр. Үҙ балаларыңдан шундай мөнәсәбәт күреүҙән дә аяныслыраҡ нәмә бармы икән был донъяла? Яҙмыш ҡайтармалы тиҙәр, ҡурҡмайҙармы икән һуң?..