

Ошонда уҡ ҡаршы яҡҡа икенсе бер состав та туҡтаған була. Унда йәш егеттәр генә. Һылыу ҡыҙ вагондан төшкән ыңғайы бер сибәр егет уға иғтибар итә. Адрестар алышына, ике арала мөхәббәт хаттары йөрөй. Һуғыш бөткәс, егет ҡыҙҙы ҙур ҡыйынлыҡтар менән барыбер эҙләп таба. Ниндәй генә ауыр йылдар булыуға ҡарамаҫтан, ул заманға ярашлы, загсҡа ла барып яҙылалар, дини йоланы ла һаҡларға булалар. Тик бәлә: ҡыҙ - башҡорт, егет - урыҫ. Ҡыҙ "мин - мосолман, һин дә ислам диненә күс", тип шарт ҡуйһа, егет үҙ диненә күсергә көсләшә. Шулай тартҡылаша торғас, ире үҙ һүҙен һүҙ итә. Күндерә. Сиркәүгә баралар. Поп уҡып суҡындыра башлаһа, ҡыҙҙың ауыҙынан шундайын да ғәжәп, быға тиклем бер кем күрмәгән иҫ киткес матур бер ят ҡош осоп сыға һәм баш өҫтөндә осоп йөрөй башлай.
Ҡыҙҙың ҡото оса. Бөтәһе лә "аһ" итеп ҡурҡып ҡарап тора.
- Иих, был ҡыҙ үҙе лә иманлы булған, шулай уҡ бик дини кешеләрҙең аяулы ғәзиз балаһы булған. Иманы осто, - ти поп хафаланып. - Кәрәкмәгән эш эшләнек, ти борсолоп. Ҡош осоп йөрөй-йөрөй ҙә юҡ була лә ҡуя.
- Юҡҡа беҙҙең атай- олатайҙарыбыҙ нисә быуат Ислам динен яҡлап башын һалмаған. Мин йомшаҡ булғанмын, мөхәббәт аңымды томалаған инде. Динегеҙҙе һатмағыҙ, иманығыҙ ныҡ булһын, үҙ милләтегеҙ менән ҡауышып йәшәгеҙ, - тип әйтер ине ул әбей осрашҡан һайын.