Көнгәк
-2 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Оҙон юлға сығырға йыйындым

Такси килгәнгә тиклем ваҡыт бар, иҙәнде йыуып сығайым әле, тип иҙән йыуырға булып киттем. Йыуып йөрөйөм һәм шул мәлдә башыма уй килә: “Әгәр минең менән бер-бер хәл булһа, исмаһам, иҙән таҙа булыр”

Добавить в предпочтительные источники Google
Оҙон юлға сығырға йыйындымОҙон юлға сығырға йыйындым
Оҙон юлға сығырға йыйындым

Үҙемдең уйымдан үҙем ҡурҡып, ул уйҙы башымдан ҡыуа һалдым. Шунан, кеше юлға сығыр алдынан иҙән йыуамы инде, тип үҙемде битәрләнем. Кемдер юлға сыҡҡанда, ул тәғәйен ергә барып еткәнсе иҙәнде йыумай көтәбеҙ ҙә инде... Бер башлаған эште ташламай нисек тә йыуып бөттөм. Һәм, ғәфү итегеҙ подробностәре өсөн, бер туҡтауһыҙ кесе хәжәтте үтәргә бәҙрәфкә йүгертә. Сәй ҙә эсмәнем бит, ә барыбер ҡыҫталам да ҡуям. Шунан ҡапыл уй хасил була: “Юлда бер-бер хәл булһа, һейҙек ҡыуығы буш булһын”. Ул уйҙы ла ҡыуам: “Юҡты уйлап ни... тәүге тапҡыр сығаңмы ни юлға... Йөҙ тапҡыр йөрөгән юлың...”
Такси килде, унда башҡа пассажирҙар ҙа бар ине. Уртала ултырған ҡатын хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәне. Эләктерегеҙ, ул һеҙҙең ғүмерҙе һаҡлай, тинем. “Ҡыҫа ныҡ. Нимә булыр, тиһең”, - тине. Ямғыр яуа ине, юл тайғаҡ. Водитель әллә ни ҡыуманы ла. Инде тауҙарҙы сыҡтыҡ тигәндә генә машина кинәт өйөрөлөп китте һәм беҙҙе ситкә алып бәрҙе. Арттан килгән, ҡаршыға килгән автомлар бөтә туҡтаны. Тормоздың сыйылдаҡ тауышы ҡолаҡты ярҙы. Сумкамда ҡыҙым бүләк иткән кескәй генә доғалар китапсығы ята ине. Шуға ла бер ни ҙә уйлап та, әйтеп тә өлгөрмәнем, ике ҡуллап шул сумканы үҙемә ҡыҫтым да, тәнемде йомшарттым. Ҡатырһам һөйәктәрем һыныр, кеүек тойолдо. Бөтә күҙ асып йомғансы булды, унда нимәлер әйтеп, уйлап та, эшләп тә өлгөрөп булмай икән. Машина түңкәрелгән ваҡытта эргәләге ҡатын минең өҫтөмә ауҙарылды. Нисек ул мине иҙмәгәндер, белмәйем. Ҡайһы тирәм менән бәрелгәнемде лә, башҡа бер ни ҙә тойманым. Беҙҙе кешеләр селпәрәмә килгән тәҙрә аша сығара ине... Аҙаҡ ҡына дауаханала бер аҙ башым менән бәрелгәнем, муйыным ауыртҡаны асыҡланды. Бәхетемдән башҡа бер ниндәй ҙә йәрәхәттәр алмағанмын.
Алдан һиҙемләү тигәндәре шул буламы икән әллә? Доғалар китабы һаҡланымы икән мине?

Автор:
Читайте нас