

Беренсе сер: ул вулканға оҡшаған, әммә был яҡтарҙағы вулкандар миллион йылдар элек һүнгән. Ә кратерҙың йәше 500 йыл самаһы ғына. Тирә-яҡтағы ағастар бер үк йәштә, әйтерһең дә, иҫке урманды ҡапыл нимәлер юҡҡа сығарған да, һуңынан яңыһы бер юлы ғына үҫкән. Объектты беренсе булып тасуирлаған Геолог Колпаков метеорит төшкән тип уйлай. Әммә кратер барлыҡҡа килтереүсе металдар ҙа, ярсыҡтар ҙа табылмай.
Икенсе сер — аномалиялар. Урындағы халыҡ был урынды урап үтә һәм “Ут бөркөтө ояһы” тип атай. Кешеләр кратерға тиклем бер нисә үк саҡрымда баш ауырта башлауына, аңлайышһыҙ хәүеф тойғоһо баҫып алыуға зарлана. Янында һис бер сәбәпһеҙ хайуандар үлә, айыуҙар ул тирәнән ҡаса. Компастар эшләмәй, техника ватыла. Радиация нормала, газдарҙың даими сығыуы теркәлмәгән. 2005 йылда экспедиция етәкселәренең береһе кратерҙан бер нисә километр алыҫлыҡта йөрәк өйәнәгенән вафат була. Урындағы халыҡ ҡулдарын ғына йәйә: «Беҙ иҫкәрттек, унда барырға ярамай, тип әйттек бит".
“Патом кратеры” планетала бер фәнни моделгә лә тура килмәгән бер нисә урындың береһе булып ҡала. Һуңғы экспедиция элекке мәғлүмәттәрҙе генә раҫлай ала, башҡа бер ни ҙә асыҡламай кире ҡайта.