

Артына әйләнһә, һауала ҙур ғына ут аҫылынып янып тора. Ҡурҡыштан йүгерә башлай, теге лә бер тотам ҡалмай эйәреп килә. Шулай итеп Иҙел буйына тиклем артынан килә лә тороп ҡала. Ҡыҙ шул тиклем ҡурҡа. Ярар Иҙел буйында бакенщиктар йәшәгән. Бик оҙаҡ һөйләнеләр был хәлде тирә- яҡта. Ошонан һуң күрше бабай беҙгә донъялағы бындай осраҡтарҙы белергә тейешһегеҙ, тип аңлатып һөйләгәйне:
- Һуғыштан һуң төндә ҡарауылда торам. Бер көн шулай иген көшөлөндә ятһам, зыяраттағы ҡайын башында ут ялпылдап янғанын күрәм. Һикергеләп йөрөй. Япма(ырҙын) зыяраттан алыҫ түгел. Доғалар уҡып ята бирәм. Ут берсә ҙурая, берсә бәләкәйләнә, берсә ергә төшә, берсә ағас башына менеп китә. Йәш саҡ, ҡурҡмайым.
- Әйҙә, һикерә бир, ҡурҡытырһың мине! Ҡыйлана бир, мин немецтарҙан да ҡурҡманым. Ҡыйраттың инде, харап, - тим, үҙем бөтә белгән доғаларымды уҡый-укый, тирә-яғымды уратып һыҙып сыҡтым. Убыр инде был!!!! Яҡын килмәһен, тим. Сарпыуы тейһә, кеше ауырый, тип беләм. Шулай төнө буйы уҡынып, яҡын килтермәнем. Фән буйынса фосфор яна, тиҙәр ҙә, юҡ инде, улай булмай шул. Үҙегеҙҙе доғалар менән һаҡлап йөрөгөҙ, тип кәңәш бирә ине.