Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Зәхмәт ҡағылып ауырыны

Кеше яҙмышын баштүбән килтергәндәр яныбыҙҙа ғына шул...

Добавить в предпочтительные источники Google

Һеңлем мәктәпте тамамлағас, күрше өлкәләге училищеға уҡырға китте. Бындай уҡыу йорто үҙебеҙҙә лә бар, күпме генә аңлатырға тырышһаҡ та, ишетергә теләмәне.

Бер көн әсәйемә һеңлемдең сирләп, дауаханаға эләгеүе тураһында шылтыраттылар. Йыйынып, юлға сыҡтыҡ. Автобуста ярты тәүлек буйы ағасһыҙ тауҙар, ташландыҡ сәсеүлектәр, кипкән йылғалар былай ҙа насар кәйефте боҙҙо.

Һеңлем ятҡан дауахананы таптыҡ. Уның һарғайған йөҙөнә, танымаҫлыҡ булып ябығыуына аптыраһаҡ та, һиҙҙермәҫкә тырыштыҡ. Дауалаған врач анализдар яҡшы булһа ла, хәленең яҡшырмауы  тураһында әйткәс, әсәй илап ебәрҙе. Көн оҙоно эргәһендә ултырып, ятағына әйберҙәрен алырға киттек. Бүлмәһендәге ҡыҙҙары беҙҙең ингәнде ишетмәне лә шикелле. Берәүһенең ҡулындағы осло энә менән май шәм яҡтыһында өҫтәлдә ятҡан фотоно тишкеләүен, икенсеһенең нимәлер төрөлгән туҡыма менән һеңлемдең фотоһына тупраҡ һибеүен  күреп, ултыра төштөм. Нисек янына барып етеп, фотоһүрәтте тартып алыуымды үҙем дә аңламаным. Ятаҡта йәшәгәндәрҙән өлкән курс ҡыҙҙарының үҙҙәренә оҡшамағандарҙы ошолай сихырлауы, хатта бер нисәүһен үлемгә еткереүҙәре тураһында ишеткәс, һеңлемде үҙебеҙҙең яҡҡа алып ҡайтырға тура килде. Мәсеткә йөрөтөп, теге яуыздар эшләгән боҙомдан таҙарттыҡ. Хәҙер һеңлем үҙе әсәй, дин юлында, ҡыҙҙар үҫтерә. Төрлө насарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр бөгөн дә осрай шул.

Рәфилә ВАХИТОВА.

Зәхмәт ҡағылып ауырыны
Зәхмәт ҡағылып ауырыны
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас