Көнгәк
+6 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Енле йорт

Разифа апай һөйләүенсә, уның инәйе Ғәзизәбаныу әсәһе менән бергә йорт төҙөй башлаған. Нигеҙ өсөн ер ҡаҙа башлағас, тупраҡ аҫтынан кеше һөйәктәре килеп сыҡҡан. Шунда ҡанлы иҫке туҡыма киҫәктәре лә тапҡандар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Енле йортЕнле йорт
Енле йорт

Бындай урындарҙа ен-пәрейҙәр төпләнә, тиҙәр. Шулай итеп, Ғәзизәбаныуҙың йорт нигеҙе «енле» булып сыҡҡан.
Бала сағында Разыйфа апа әсәһе менән Ғәзизә инәйҙәренә йыш ҡунаҡҡа йөрөгән. Бер мәл, сәй эсеп ултырғанда, ҡыҙ бала шкаф артындағы мөйөштә, ҡаҙан өҫтөндә ултырған ҡап-ҡара этте күреп ҡалған. Күҙҙәре сәйер ялтырай икән. Разыйфа әсәһенә һиҙҙермәй генә төртөп: «Әсәй, тегендә ҡара әле», — тип шыбырлаған. Әсәһе ҡурҡыуынан ҡысҡырып ебәргән. Уларҙың реакцияһын күреп, Ғәзизә инәй боролған да тыныс ҡына: «Ой, ҡурҡмағыҙ, был — ен. Улар йыш ҡына ҡайһы саҡ эт, ҡайһы саҡ бесәй ҡиәфәтендә күренә. Ә ҡайһы берҙә кеше рәүешенә лә инәләр. Беҙҙең урын шундайыраҡ — беҙ инде күнектек», — тигән. Ул тағы ла өҫтәп: «Әгәр беҙҙә төнәп ҡалһағыҙ, бынан да яманын ишетерһегеҙ. Төндәрен иҙән аҫтында йә гөрһөлдәү, йә шытырҙау ишетелә — йәнәһе, картуф ҡойола. Ә беҙҙә ул тиклем картуф та юҡ. Иҙәнгә тибеп: „Етер, туҡтағыҙ!“ — тип ҡысҡырһаң, улар бер аҙ тыныслана», — тигән.
Разыйфа апа үҙе лә был тауыштарҙы ишеткән. Төнөн ул иҙән аҫтында ҡатын-ҡыҙ көлөүен һәм һөйләшеүен асыҡ ишетеп ятҡан. Ғәзизә инәй, түҙмәйенсә, аяғы менән тибеп, таба менән иҙәнгә һуғып: «Ниңә тынысланмайһығыҙ?!» — тип ҡысҡырғас, тауыштар шунда уҡ тынған.

Автор:
Читайте нас