Көнгәк
+9 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Ниңә улай килеп сыҡты икән?

«Ниңә улай килеп сыҡты икән?» тигән уй борсой торғас, һеҙгә яҙырға булҙым. Һуң булһа ла, һеҙҙән әрләнеп, шелтәләрегеҙҙе алырға булдым әле..

Добавить в предпочтительные источники Google
Ниңә улай килеп сыҡты икән?Ниңә улай килеп сыҡты икән?
Ниңә улай килеп сыҡты икән?

Сөнки эсемдәге тынғыһыҙлыҡ барыбер тыныслыҡ бирмәй.Беҙ осрашып, дуҫлашып йөрөй башлағанда, буласаҡ ирем армиянан ҡайтып, эшләп йөрөй ине инде. Мин училищела уҡыным. Ул үгәй әсәй менән үҫкән, үҙенән бәләкәй ҡустылары, туғандары бар ине. Улар тураһында бик хисләнеп һөйләй торғайны, ныҡ үҙен йәлләтеп, илап та ала ине. Әллә яраттым, әллә ныҡ йәлләнем — кейәүгә сыҡтым. Балабыҙ тыуҙы, матур ғына итеп йәшәп киттек. Көн күреүҙә минең атай-әсәйем яғынан ярҙам бик ҙур булғас, ирем яғынан ярҙам булмауы бик мөһим түгел ине. Икебеҙ ҙә эшләйбеҙ, тик әллә ниңә аҡса яғын һис кенә лә яйға һалып булмай ҡала ине. Йә общежитиела йәшәнек, йә ҡуртымға алынған фатирҙа... Бер ваҡытта ла «Үҙ өйөбөҙгә аҡса йыябыҙ» тигән уй башҡа кермәй ине. Әллә йәшлек, әллә йүләрлек... Иремдең туғандарына гел ярҙам иткәнен аңлай инем, шуға ла аҡса етмәгәндер, йыйып булмағандыр.Ирем ғүмер буйы яҡшы аҡса алып эшләне, мин пенсияла булһам да, ул һаман эшләп йөрөй, һаулығы шөкөр. Әммә аҡса элек тә юҡ ине, әле лә юҡ. Диңгеҙгә барманыҡ, ҙур өйҙәр төҙөмәнек, эш тәңгәленән бирелгән бәләкәй генә квартирала йәшәнек. Бер бөртөк балабыҙға ла фатир алып бирә алманыҡ, машинабыҙ ҙа, тундарыбыҙ ҙа, һәр бармағымда алтын балдаҡтарым да юҡ.Минең эш хаҡым аҙ булды, пенсиям да аҙ инде. Әммә иремдең аҡсаһы ҡайҙа китте? «Мин аҡса тота белмәгәнгә шулай булдымы икән?» тип үҙемде ғәйепләйем. Пыран-заран итмәнем, юҡ-барға тотонманым. Күп парҙар өйләнешеп, тиҙ генә байып китәләр бит, ә беҙгә аҡса инеп өлгөрмәй, тиҙ ҙә сыға ла китә ине.Илап, ҡайғырып, зарығып ултырмайым. Аш-һыуҙы юҡтан бар итеп, нимәлер бешереп ебәрергә үҙем оҫтамын. Эсмәйбеҙ, тартмайбыҙ, тырышабыҙ. Хәҙер инде 60-тан уҙҙыҡ, барыбер еткереп булмай. Парлашып кешеләр санаторийға баралар... Ҡайҙа инде ул, хыял ғына, юлға ла еткереп булмаҫ һымаҡ. Аят уҡытам, юбилей үткәрәм тип уйлау башҡа ла инеп сыҡмай, аҡсалата хәл етмәй. Ниңә улай булды икән ул?

Автор:
Читайте нас