

Йәш сағымда бик сибәр, наглый ҡыҙ булдым. Егеттәр артымдан йүгерҙе, ә мин бөтәһенә лә көлөп ҡараным. Берәүһенең машинаһы юҡ, икенсеһенең тағы нимәһелер миңә оҡшаманы. Тормошҡа сыҡмайынса, гел "үҙем өсөн йәшәйем" тип карьера яһаным. Бала табырға ла ваҡытым йәки теләгем булманы, һуңыраҡ өлгөрөрмөн тинем.
Хәҙер иһә — туғандар юҡ, балалар юҡ, ейәндәр йүгереп килеп "өләсәй" тип әйтмәй. Берәй нәмә булһа, һыу биреүсе лә юҡ. Әхирәттәрем бөтәһе лә үҙ ғаиләһе менән мәшғүл. Көн буйы тәҙрәнән урамдағы кешеләрҙе күҙәтеп ултырам, йәнем көйә. Был яңғыҙлыҡ — иң аяныс, иң ҡурҡыныс нәмә икән донъяла. Йәштәр, үҙегеҙҙе генә уйлап ғүмерегеҙҙе үткәрмәгеҙ, ғаилә ҡороғоҙ, балалар үҫтерегеҙ. Минең һымаҡ һуңынан илап ултырмаҫ өсөн.