Балтаны кем урлаған?

Бер кешенең балтаһын урлайҙар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балтаны кем урлаған?Балтаны кем урлаған?
Балтаны кем урлаған?

Бер кешенең балтаһын урлайҙар. Ул ихатаға сығып эҙләй, таба алмай. Шул саҡ ҡапҡа тышында баҫып торған күршеһенең улын күреп ҡала. Ул балта урлаған кеше кеүек тора икән. Хатта балта урлаған кеше кеүек йөрөй һәм балта урлаған кеше кеүек ҡарай ҙа. Шунда хужа үҙ балтаһына абына. Ул бығаса шунда торғанын күрмәгән булған. Балтаһын күтәреп, ул күршеһенә ҡарай... Тик ул инде бер ҡасан да сит балтаға теймәҫтәй кеше кеүек тора, ҡарашы ла балта урлай алмаҫлыҡ кешенеке кеүек була…

Автор:
Читайте нас