ҠАТЫ КҮҘЛЕ КЕШЕЛӘР БУЛА

Сихыр-боҙомға ышанмаһам да, күҙ тейеүгә ышанам. Бындай хәлгә бер нисә тапҡыр үҙем шаһит булғаным бар. Бала саҡта мине өләсәйем һыйырһыҙ ҡалған бер инәйҙе йәлләп, сәйлек булһа ла һөт индерергә ҡушты. Алып барғайным, тын да алмай бер банка һөттө эсте лә бөттө. Ирененә яғылып ҡалған ҡаймаҡты ҡулы менән һыпырып: “Ғүмер буйы һыйырығыҙ ҡуйы һөтлө булды. Ҡаймағығыҙ ҙа, майығыҙ ҙа күптер инде”, - тине. Мин ни әйтергә белмәнем. Һөттө ҡәҙерләп, ҡайнатып ҡына сәйенә ҡушып эсер, тип уйлағайным. Ә ул бер минут эсендә һауытты бушатты ла ҡуйҙы. Шул көндө һыйырыбыҙ көтөүҙән ҡайтманы. 

Добавить в предпочтительные источники Google
ҠАТЫ КҮҘЛЕ КЕШЕЛӘР БУЛАҠАТЫ КҮҘЛЕ КЕШЕЛӘР БУЛА
ҠАТЫ КҮҘЛЕ КЕШЕЛӘР БУЛА

Көтөүсенән барып һорағайныҡ, бер мал да айырылып ҡалмауын, барыһы ла ауылға инеүе хаҡында әйтте. Иртәгеһенә кискә генә көтөү менән ҡайтҡан һыйырыбыҙ елененә ҡул тейҙермәй аптыратты. Мөгөҙө менән ялтанып, тибеп тик торҙо. Әсәйем дә, өләсәйем дә аптырап бөттө. Әрләп тә, иркәләп тә ҡаранылар, барыбер һауҙырманы. Бер көн эсендә холҡо үҙгәрҙе лә ҡуйҙы.

Иртәнсәк тә һауҙырмаған. Кисенә елене шешеп, үҙе көс-хәл менән ҡайтып йығылды. Шул ятыуынан аҙна тирәһе торманы ул. Мал врачы саҡырғайныҡ, һуйырға кәңәш бирҙе.

Шунда ололарҙың һөйләгәне иҫтә ҡалды. Аҡҡа, йәғни һөттән эшләнгән ризыҡҡа ҡайһы бер кешенең күҙе тейә икән. Көнсөл йәки күҙе ҡаты кешегә биргәндә ниндәйҙер ырымдарҙы үтәргә кәрәк. Уныһы хәҙер онотолған инде. Шунан алып өләсәйем миңә лә, әсәйемә лә кешегә һөт тә, ҡатыҡ ойотҡоһон да бирмәҫкә ҡушты. Һорап килеүселәр булһа: “Бөгөн генә аҙаҡҡыһын эсеп ҡуйғайныҡ бит әле”, тиер ине. Үҙе лә йомошҡа кешегә йөрөмәне. Булмаһа булмаһын, һоранмағыҙ, ситтәрҙең аҙығына ла, әйберенә лә ымһынмағыҙ тип, беҙҙе лә ҡаты итеп иҫкәртеп ҡуйҙы.

Гөлфиә КӘРИМОВА.

Автор:
Читайте нас