Секунд эсендә хәлем бөтөп, ҡапыл әллә нишләнем. Нисек фатирға ингәнемде томан аша ғына хәтерләйем, ванна бүлмәһенә инеп, һалҡын һыу менән сайынғас ҡына, бер аҙ еңеләйҙем. Минең ағарған йөҙөмдө күргән иремдең дә ҡунаҡ һыйлау кәйефе юғалды.
Нисек етте, шулай кис еткереп, йоҡларға яттыҡ. Теге мендәрҙәрҙе ағай менән еңгәнең түшәгенә һалдым. Шул саҡ йоҡо бүлмәһенән еңгәнең һәр ваҡыттағыса уҫал тауышы яңғыраны: ”Һеҙгә бүләк иттек, үҙегеҙ ҡулланығыҙ. Оҡшамаһа, сүп һауытына ташлағыҙ”.
Үҙ йортомда шулай ҡырыҫ ҡына һөйләшкән ҡунаҡтың нимә тип әйтһә лә хаҡлы икәнлегенә риза булып теге мендәрҙәрҙе үҙебеҙгә һалдыҡ. Йоҡлап китә алмай ҡаңғырҙым. Башымды терәү менән йөрәгем ярһып тибә, башым ауырта башланы. Арыуыма бәйләп, күҙемде асырға ла ҡурҡып ятам. Бер аҙҙан тәнем эҫе һыуға бешкәндәй, ҡыҙыл тап менән ҡапланды. Ҡунаҡтар йоҡлағанда шаптырҙап йыуыныу бүлмәһендә йөрөп булмай бит инде, ҡан баҫымынан дарыу эсеп, күҙемде йоморға маташам. Был төн минең өсөн мәшхәргә әйләнде. Иртән шешенгән, тәнен шешек ҡаплаған хужабикәне күргәс, еңгәмдән башҡа бөтәһе лә аптырап ҡалды. Аллергия, йөрәк дарыуы ла ярҙам итмәне миңә. Көндән-көн хәлем бөттө, ябыҡтым, врач анализдарымда кире тайпылыш булмауын күреп, ғәжәпләнде.
Был осраҡта, әлбиттә, күрәҙәлек иткәндәргә мөрәжәғәт итәбеҙ. Мин дә ноҡот һалған инәйгә барҙым. Һөйләшеп тә торманы ул, хәлемде шундуҡ аңланы ахырыһы. Өҫтәл өҫтөндәге ваҡ таштарына ҡарап, ул миңә яҡын кешем яңыраҡ насар ниәт менән нимәлер бүләк итеүен, бөтә бәлә ана шуға бәйле булыуын, хатта был “бүләктең” йомшаҡ, дүртмөйөш булыуын йоҡо бүлмәһендә икәнлеген әйтте. Боҙом ныҡлап яһалған, бүләктең эсенә йәшерелгән, тине.
Ҡайтыу менән теге мендәрҙәрҙе ҡала ситендәге баҡсабыҙға алып барып, үткер бысаҡ менән ярҙыҡ һәм... эсенән бәләкәй генә тауар киҫәгенә төрөлгән, скотч менән ныҡлап уралған тутыҡҡан энә таптыҡ.
Бына шулай, белгән, бер табаҡтан ашаған кешеләр ҙә насарлыҡ эшләй ала икән. Тиҙҙән ауылда йәшәгән еңгә йөрәк ауырыуы менән түшәккә ятты. Боҙом барыбер ҙә уны эшләгән кешегә ҡайта...