ЯРАТЫУ

Бер ауылда Хөрмәтулла исемле ир йәшәй.

ЯРАТЫУЯРАТЫУ
ЯРАТЫУ

Бер ауылда Хөрмәтулла исемле ир йәшәй. Уның ҡатыны Зөләйха алсаҡ, ихлас, кеше менән аралашырға ярата, йыш ҡына берәй ҡыҙыҡ табып көлә ине. Хөрмәтулла, киреһенсә, һүҙҙе үлсәп кенә, һирәк әйтә.

Улар ҡырҡ йыл бергә йәшәп, балалар үҫтерҙе, ейәндәр ҡараны.

Зөләйха ҡапыл сирләп китте лә, бер ай тигәндә, иртәнге аҙан ваҡытында тыныс ҡына йән бирҙе.

Ире уны һуңға юлға оҙатып өйөнә ҡайтты. Өй буш ине. Сәйҙең тәме юҡ, ишек төбөндә торған итек тә, ул ятҡан түшек тә - барыһы ла ҡатынын хәтерләтте.

Хөрмәт бер көн ниндәйҙер эш табып йөрөһә, икенсе көн тик кенә ятыр булды. Өсөнсө көндә ҡулына Зөләйханың яулығын алып битенә терәгәйне - еҫе юҡ ине. Шул мәлдә, әйтерһең, үҙенә кемдер: «Бөттө» тип өндәште.

Шул төндә ул төш күрҙе. Зөләйха йылға буйында баҫып тора.

Хөрмәтулла:

 - Зөләйхә, нисек беҙ йәшәнек? - тип ҡысҡырҙы.

Ҡатыны уға табан боролдо ла:

- Һин мине яратаһыңмы? - тип һораны.

Ир:

- Ҡырҡ йыл... - тип һүҙ башлағайны, ҡатыны уны бүлдерҙе:

- Ҡырҡ йыл тип әйтмә. Саҡ ҡына булһа ла яратаһыңмы?

Хөрмәтулла уянып китте. Ҡараңғы өйҙә тынлыҡтан башҡа бер ни юҡ. Зөләйхаһы биргән һорауға яуап эҙләне. Ул яратыу -  үткәнгә ҡайғырыу түгел, бөгөнгөнө, яныңдағыны ҡәҙерләү икәнен аңланы.

Яйлап тороп баҡсаға сыҡты. Ҡатыны һары сәскәләр үҫтерә торғайны. Былтырғы ҡороған ҡыуаҡтар араһында бер бөртөк һары сәскә күреп ҡалды. Хөрмәтулла уны ҡулына алды ла, күҙ йәшен һөртөп:

- Яратам, - тип бышылданы.

Шул көндән башлап һәр иртә теге һары сәскәгә һыу ҡойғанда, Зөләйха менән һөйләшкәндәй тойолдо. Бәләкәй генә сәскә уттай янып тора ине.

Ваҡыт үтте. Баҡсалағы бөтә сәскә лә терелде. Ир уларға ҡарап:

- Зөләйха, ҡырҡ йыллыҡ һөйөүем бик ҙур ине, ошо бер бөртөк сәскәгә күскәне лә унан кәм түгел. Сөнки мин һине һаман да яратам, - тип бышылданы.

Шул көндән алып ауылдаштары Хөрмәтулланы баҡсала сәскәләргә ҡарап йылмайып, һөйләшеп йөрөүен йыш күрә. Улары ла, елдә сайҡалып, баштарын  эйеп, яуап ҡайтара.

Яратыу ваҡыт менән үлсәнмәй шул, ул кеше йөрәгендә йәшәүен дауам итә...

 

Автор:
Читайте нас