

Ысынында улар эт менән бесәй кеүек йәшәй. Береһе магазиндан бер нәмә алһа, икенсеһе яртамай, икенсе алһа, уныһы яманлай. Саҡ ҡына береһе алдан торһа, икенсеһен оҙаҡ йоҡлауҙа ғәйепләй.
Атайым һәр ваҡыттағыса бер нәмә өндәшмәй. Башын баҫып ашай ҙа, әпәр итеп, тиҙерәк тороп китеү яғын ҡарай. Мин ҡайһыныһын яҡларға белмәйем. Ҡатынымды яҡлайым тиһәм, әсәйем йәл. Әсәйем яҡлы булһам, ҡатынды кәмһеткем килмәй. Етәме һеҙгә юҡмы тип әйтеүҙән ары китә алмайым.
Икеһе лә юҡтан ғына тауыш сығара. Бер сәбәп булмаһа ла әрләшә лә китәләр. Башҡа сығыр инек, ҡайҙа бараһың. Бергә йәшәргә тип, атай ҙур итеп йорт һалды бит. Мал-тыуар ҙа күп. Дүрт һыйырҙы әсәй бер үҙе һауа ла алмаясаҡ. Һауған хәлдә лә һөтөн эшкәртеп, ҡалаға йөрөтә алмаясаҡ. Был эш тотош минең кәләштең елкәһендә. Тартышмай-бүлешмәй генә, береһе килен икәнлеген белеп, икенсеһе ҡәйнә булыуын танып йәшәһә була бит инде. Уларҙың ығы-зығыһынан шул тиклем ялҡтым...
А.