

Миңә әсә булыу бәхете утыҙ биш йәштән һуң ғына йылмайҙы. Ниндәй генә врачҡа күренмәнем, ҡайһы ғына дауаханала дауаланманым. Аптыраған көндән имселәргә, күрәҙәселәргә лә барғыланым. Шуларҙың береһе: «Һиңә бәхет иң яҡын күргән кешең аша киләсәк», тип ҡайтарғайны. Яҡын күргәндәрем байтаҡ, тик улар нисек миңә әсә булыу бәхете бүләк итһен инде, тип йыш уйландым. Шуларҙың береһе ирем, моғайын, киләсәктә балабыҙ булыр ҙа, ниһайәт бәхетле булырбыҙ тигән фекергә килеп йәшәүҙе дауам иттем. Ике йыллап ваҡыт үтте, тик ауырға уҙа алманым. Тағы дауахана юлы тапай башланым. Ҙур-ҙур ҡалаларға, билдәле врачтарға йөрөй торғас, өс урында «түлһеҙ» диагнозы ҡуйып ҡайтарҙылар. Күпме күҙ йәше түккәнемде, нисә төн керпек ҡаҡмай үткәргәнемде, яҙмышыма үпкә белдереп бәргеләнеүемде үҙем генә беләм. Ирем менән уртаҡ тел тапмай, көн дә әрләшә башланыҡ.
Бер төн мәрхүм өләсәйем төшөмә инде. Яныма килеп ултырҙы ла, йомшаҡ ҡулдары менән башымдан һыйпап, ҡосаҡлап алды. Бала саҡтағылай уға һыйынып, тәнемдә йылылыҡ тойоп иркәләнеп байтаҡ ултырҙым әле. Шунан ул ҡапыл юҡ булды. Урынымдан һикереп тороп ултырҙым да, тәҙрәгә күҙ һалдым. Ҡараһам, ул да тышҡы яҡтан миңә текләп тора. Тыныс ҡына итеп: «Икәү!» тип бышылданы ла, тағы юҡҡа сыҡты.
Был төш тора-бара онотолдо, тиһәм, дөрөҫ булмаҫ, тик мин уны күңелемдең иң төпкө мөйөшөнә һалып ҡуйғайным.
Теүәл бер йылдан мин ике игеҙәк бәпәй таптым. Бер улым һәм бер ҡыҙым тыуҙы.
Ошонан һуң ғына теге саҡ ишеткән һүҙҙәрҙе иҫкә алдым. Миңә бәхет иң яҡын кешем - мәрхүм өләсәйем аша килде. Был - ысын мөғжизә. Ҡайһы саҡ бәхет шулай көткән ерҙән түгел, уйламаған ерҙән һәм кешенән дә килә икән...