Беҙ ирем менән ике йыл элек кенә ҡауыштыҡ...

Уға тиклем 3 йыл буйы осрашып йөрөнөк. Өйләнешкән йылды иремдең ғаиләһе мине «ҡыҙым, ҡыҙым» тип кенә йөрөттө

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙ ирем менән ике йыл элек кенә ҡауыштыҡ...Беҙ ирем менән ике йыл элек кенә ҡауыштыҡ...
Беҙ ирем менән ике йыл элек кенә ҡауыштыҡ...

Ҡәйнәм ысын артистка минең. Шулай ара-тирә барып йөрөнөк. Ирем уларға аҙна һайын ярҙам итергә барҙы. Юҡ, мин ҡаршы түгел, үҙ әсәйҙәре, ярҙам итһен. Мин дә барышып йөрөнөм, эштән кеше үлмәй, Аллаға шөкөр. Хоҙай үҙе сәләмәтлектән, тигеҙлектән айырмаһын.
Мин иремдең икенсе ҡатыны. Теге беренсе ҡатыны менән дә алдан тап шулай булған, был ғәзиз ҡәйнәм үҙ ағыуын сәсә башлағансы. Уларҙы талаштырып, улына «ҡатының ҡайҙалыр йөрөй» тип һөйләп, килененә «иреңдең икенсе кешеһе бар» тип ҡотортоп, айырған.
Бер заман был ҡәйнәм иремә аҙнаһына ике көн уларҙа ҡунып ҡалырға ҡушты. Ни өсөн, нишләп — аңламаныҡ, йәнәһе эш күп. Мәскәүҙә йәшәмәйбеҙ бит инде, ҡайтып үҙ өйөңдә йоҡлағы килә. Ҡаршы килмәнем, бер ай, ике ай... Ярты йыл шулай йөрөнө. Яңы йыл етте. Ирем «әсәй иртән үк килергә ҡушты, ҡунырһығыҙ ти» тине. Нисек инде унда ҡунып ятырға, бер ниндәй ҙә ҡуныу юҡ тип, ҡырҡа ҡаршы килдем. Ҡәйнәмә шылтыратып әйттем. Вәт шул көндән алып мин «иң яҡшы» киленгә әйләндем дә ҡуйҙым. Бөтә асыуын миңә йүнәлтте, донъялағы бөтә ҡәһәрҙе һүҙҙәрҙе һөйләй, ужас.
Ни өсөн икәнен генә аңлай алмайым инде. Хәҙер иремә «прописканан төш, һин ҡатыныңды һайланың, беҙҙе һайламаның» тип әйтәләр. Ярай, төш тинем. Унда пропискаға ултыртыуҙы ла үҙҙәре үтенгәйне, сөнки бының өсөн үҙ сәбәптәре бар ине. Улына: «Аяғыңды ла атлама беҙгә, һин беҙҙеке түгел хәҙер, быныһынан да айырылғас ҡайтырһың», — тигәндәр. Һуң, әсә кеше шулай тип әйтергә тейешме инде? «Матур ғына йәшәгеҙ» тип шатланыр урынына... Аптырайым мин. Ярай, быныһына ла өндәшмәнем. Баҫылыр әле, әсә кеше бит, һағыналыр, тинем.
Шул арала һайлауҙар ваҡытында клубта кешегә һөйләп торған: « боҙом һалып айырам быныһынан да», — тип әйткән ти. Имеш, был сихыр эшләй икән. Инде күңелемә шом керҙе, Хоҙайым әллә ниҙәр эшләтмәһен тип ҡурҡам. Бик ҡурҡам ундай нәмәнән. Ысынлап та берәй нәмә эшләп, сәләмәтлеккә зыян килмәһен, беҙҙе айыра күрмәһен тип теләйем. Барып һөйләшеп ҡарар инем — беҙҙе өйөнә кертмәй. Ысынлап та боҙом билдәләре бармы икән ул? Хоҙайым үҙе һаҡлаһын инде... Үҙе тағы ураҙа тота.
Мин ошондай хәлдә ҡалдым. Арағыҙҙа сихырҙан, боҙомдан нисек һаҡланырға белгәндәр бармы? Сихыр барлығын нисек белергә булыр? Ни эшләргә миңә?

Автор:
Читайте нас