Аҙналыҡ йондоҙнамә (21 - 27 сентябрь)

   

Добавить в предпочтительные источники Google
Аҙналыҡ йондоҙнамә (21 - 27 сентябрь)Аҙналыҡ йондоҙнамә (21 - 27 сентябрь)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (21 - 27 сентябрь)

Ҡуҙы
Ижад, сәнғәт, журналистика өсөн бик яҡшы мәл. Шулай уҡ осор коммер­ция өсөн уңышлы, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тауар һатыу-алыу өлкәһендә.

Буға
Үҙегеҙгә ышанығыҙ, уңыш яҡынлаша. Етәкселек һеҙҙең ҡаҙанышығыҙҙы тейеш­ле кимәлдә танымаһа, күңелегеҙ төшмәһен, бары­һы ла алда әле. Ҡыйыу планды тормошҡа ашырыу һеҙҙән күп көс талап итәсәк.

Игеҙәктәр
Аҙна ҡыуаныслы яңылыҡ йәки файҙалы бәйләнеш алып киләсәк. Мөхәббәт тулҡынына көйләнегеҙ. Ғәмәлдәрегеҙҙә намыҫлы булығыҙ һәм яратҡан кешегеҙ хаҡында хәстәрлек күрегеҙ.

Ҡыҫала
Өҫтәмә килем сығанағы табыуығыҙ ихтимал, был бюджет тотороҡлолоғон һаҡларға ярҙам итәсәк. Эш бурысы һәм рәсми бәйләнеш иғтибарҙы туплауҙы талап итәсәк.

Арыҫлан
Йондоҙҙар көнүҙәк эштә уңыш вәғәҙәләй. Ҡы­ҙыҡлы тәҡдим, яңы танышыу көтөгөҙ. Тыныс­лыҡ ауыр һорауға яуап табырға һәм быға тик­лем атҡара алмаған эште тамамларға ярҙам итәсәк.

Ҡыҙ
Алға өмөт менән ҡарағыҙ - һеҙҙе уңыш көтә. Мөмкинлекте файҙаланығыҙ. Зирәклегегеҙ, һи­ҙемләүегеҙ арта. Яңы проект баш­лағыҙ – бәхет ҡыйыуҙарҙы ярата.

Үлсәү
Ныҡышмалылыҡ менән ҙур уңышҡа өлгәшер­һегеҙ. Йондоҙҙар етәкселек тарафынан иғтибар артыуын күҙаллай. Спортҡа ва­ҡыт бүлергә онотмағыҙ.

Саян
Аҙна дуҫтарса осрашыу үткәреү, мауыҡтырғыс тема буйынса фекер алышыу өсөн бик ҡулай. Үҙегеҙҙе ыңғай көс биргән кешеләр менән уратып алығыҙ.

Уҡсы
Иғтибарҙы үҙегеҙгә, ял итеүгә, ижади шөғөлдәргә йәки спортҡа йүнәлтегеҙ. Шулай уҡ оҙайлы финанс планлаштырыуға иғтибар итегеҙ.

Ылаҡ
Эшһөйәрлегегеҙ яҡшы аҡса эшләү генә түгел, ә ышаныслы финанс мендәрен булдырыу мөмкинлеген дә бирәсәк. Элекке эш мәсьәләләрен ябырға һәм ағымдағы проектты тамамларға кәңәш ителә.

Һыуғояр
Шик тыуҙырған проектты анализлау өсөн уңайлы ваҡыт. Һеҙ ҡыйыу ҡарар ҡабул итергә әҙер. Яҡындарығыҙ менән йомшаҡ, наҙ­лы булығыҙ.

Балыҡ
Тәжрибәле остаз, белемле кеше менән бәйләнешкә инеү өсөн уңайлы мәл. Осорҙа һеҙ үҙегеҙҙә яңы талант йәки илһам сығанағы асырһығыҙ.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас