

Ҡыҙым эш менән булып йөрөй:---Инәй,оҙаҡламағыҙ,арып йөрөмә,хәҙер бәлеш бешерәм,кискә мунса яғам,-тине. Мин киң итәкле юбка, ҡыҫҡа еңле кофта (костюм-платье инде) кейеп ейәнсәремде коляскаға һалып, урам буйлап киттем. Күп тә үтмәне ейәнсәрем йоҡланы,ә мин:"Анааау өйгә тиклем барам да боролам",-тием дә, тағы атлайым. Шулайтып өс тапҡыр ҡабатланым, үҙем һаман боролмайым. Бер саҡ баш өҫтөнән ике ҡорт осоп китте, минең ҡайта торған яҡка. Улар миңә боролорға кәрәк тигәндер, тип хәҙер уйлайым. Тағы бер нисә ҡорт осто (бал ҡорттары), һаман алға барам, вәт күрәсәк булған инде. Ҡустым йәшәгән йортҡа килеп еткәйнем, ҡапҡа алдағы урам буйы мыжғып торған ҡорт! Шунда ла йәһат кенә боролоп ҡайтһами- минән дә аҡыллы өләсәй булмаҫ ине... Ҡустымдың ҡаршы яғында йәшәгән Р. ағайҙың ҡорттары бар ине, шулар туҙгандыр тип, ҡустымдың ҡапҡаһын асып, ишек алдына кер ҙә кит! Әллә фәрештәләрем, әллә Аллаһ Тәғәлә аңғарттымы икән, колясканы индермәнем. Ейансәрем йоҡлай ине. Минеееее меңәрләгән ҡорт һырып алмаһынмыыыыы... Кире сыҡһам, ейәнсәремде сағырҙар тип ҡурҡып, алға атлайым...Минең сәс бөҙрә, башҡа килеп ултырҙылаааар, беләкте әллә нисәүһе саға, итәк аҫтына тулдылааарррр, ботто сағалар, ҡысҡырмайым, шаҡ ҡаттым, хәҙер ней алға, ней артҡа бара алмайым, һелтәнмәйем дә, әйҙә рәхәтләнеп сағығыҙ, тигән кеүек торам... Шул саҡ З. килен тәҙрә эргәһенә килеп:---Ф.! Ф.! Үрҙәктәр үләәә!!!!!-тип ҡысҡыра. Ҡарап ебәрһәәәм...бахыр ғына өйрәктәрҙе бер көтөү ҡорт баҫтыра!!! Ф. ҡустым һарайҙа икән тип уйлап, мин дә: - Ф. туғаныым, Р. ейәнсәрем үләәәа,-тип ҡысҡырам. Ейәнсәремде ҡорттар саҡҡандыр инде, тип уйлайым. З. килен мине күреп ҡалды ла асмалы тәҙрәнан тун!!! ташланы, ябынып өйгә иң, ти. Ҡайҙа ул уны ябыныу!!! Йөнөнә ҡорттар һырыныыы!!! Соланға инерлек тә түгел,ҡорттар туп-тулы!!! Тәнгә әллә шок булды, ҡорттарҙың саҡҡанын һиҙмәйем, шулай ҙа солан эргәһендә ултырған һыулы ҙур кәритәгә күҙ төштө, эргәһендәге фләгелә һыу менән тулған, етмәһә, ижау ҙа бар. Кәритә эсенә керҙем дә ултырҙым. Ней фләге һул яҡта, уң ҡулды (беләкте) һыуға тәрәнерәк тыҡтым, рәхәәәт булып ҡалды,һул ҡул менән ижауҙы алдым да фләктәге һыуҙы башҡа ҡоя башланым! Ҡорттар сәс араһында бсс,бсс тиҙәр, бер ҙә ажарланып саға алмайҙар. Бөтә тәнем баштан-аяҡ һыу булғас ҡорттар ул ҡәҙәрем саялана алманы, оҙаҡ ултырмай өйгә инеп киттем. Был ейәнсәрен онотҡан икән тип уйлай күрмәгеҙ, онотманым. Тәҙрәнән килен ҡысҡырғайны, Ф. ҡапҡа ҡышында машинала ҡарап ултыра, внучкаң тыныс ҡына йоҡлай, тигәйне. Бахыр өйрәктәр ҡорттарҙан ҡасып бер һарай яғына туйтаңлап йүгерәләр, бер солан аҫтына инеп китәләр. Шулайтып өйгә шәмтерәп килеп индем, ишек төбөндә бәләкәй күләүек хасил булды. З. килен улы менән ҡыҙы миңә иҫтәре китеп ҡарайҙар, сөнки өстөмдә лә, беләктәрҙә лә, башымда ла ҡорттар йөрөй, ә күлдәк эсендәге ҡорттарҙы мин һелкетеп иҙәнгә төшөргәйнем, бәләкәй күбә барлыҡка килде, ҡорттар иҙәндә мыжғып йөрөйҙәр, оса алмайҙар.- --Килен, ҡоро халатыңды бир әле, өшөнөм,-тием. Еңһеҙ халатын бирҙе килен, бер ваҡыт өсәүләп минең беләктәге ҡаяуҙарҙы сүпларгә тотондолар, Ф. ҡустым машинан сығып, ейәнсәремде өйгә алып керергә тип машина ишеген асһа - ҡорттар машина эсенә кереп тә китәләр икән, ә бала йоҡлай тып-тыныс! Ҡорттар уға яҡын да килмәйҙәр, баш өҫтөнән осоп китәләр икән. Ҡорттар әҙерәк баҫылғас, ҡустым машинанан сығып, йоҡлап ятҡан баланы күтәреп алып, баҡса яғынан асмалы тәҙрәнән киленгә бирҙе, киске 10-ға тиклем ҡаяу сүпләнеләр, Мин ҡоҫа башланым. Күршеларендәге фельдшер апайҙы өй телефоны аша саҡырып килтерҙеләр, баҡсаға кереп, тәҙрә аша кер, тип ҡысҡыра килен фельдшергә. Миңә ҡорттар теймәй ул, тине лә апайыбыҙ, ишек алдында мыжғып торған ҡорттар араһынан һин дә мин килде лә керҙе. Бер ҡорт та саҡмаған! Ф. апай дарыу килтереп эсерҙе, укол бирҙе лә, ҡаты итеп сәй эсергә ҡушты.