Мәрәкә өсөн яҙып китәем әле, кемдәргә ҡыҙыҡ көлөп алырҙар

Бер өләсәй һөйләгәндән. Балаларына ҡунаҡҡа барып, шунда бер аҙ йәшәп ҡайтҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәрәкә өсөн яҙып китәем әле, кемдәргә ҡыҙыҡ көлөп алырҙарМәрәкә өсөн яҙып китәем әле, кемдәргә ҡыҙыҡ көлөп алырҙар
Мәрәкә өсөн яҙып китәем әле, кемдәргә ҡыҙыҡ көлөп алырҙар

Бер ейәне бар икән, һигеҙ йәш самаһы. Үҙе шул хәтлем теремек, тик тормаҫ шаян, уйнағанын ҡарап торһаң иҫ киткес, бөтә күңеле менән бирелеп, рәхәтләнеп уйнай, белмәгән нәмәһе юҡ инде. Был әбей килгәс көндә биш намаҙын ҡалдырмай уҡый, малай күреп йөрөй бит инде. Бер көн малай өләсәйгә, мин дә һинең мн намаҙ уҡыйым, уҡырға булһаң миңә лә әйт, ти икән. Һин намаҙ ваҡытында нимә уҡырға беләңме һуң, тигәс был, беләм тип ҡыйыу яуап бирә. Әбей намаҙға әҙерләнеп, таһарат алып ингәс өйҙәгеләргә , теге малай ҡайҙа, намаҙға инһен, тигәс тышта уйнап йөрөгән малайҙы саҡырғандар. Ҡабаланып мырш та мырш танауын тартып малай югереп килеп ингән дә урҙала элеүле торған әсәһенең яуылығын әпкилеп әбей эргәһенә ярышлап түшәп намаҙға баҫҡан. Ярым шыбырлап ҡабаланып таҡмаҡ әйтә башлаған. Кисә һалған икмәгемде бөгөн алдым мейестән, башҡорт ҡыҙы насар булғас ниңә алманың ниместән, аллаһы әпәр тип битен һыйпаған да югереп уйнарға сығып киткән. Әбей көлөп намаҙынан бүленеп, яңынан таһаратланып, яңынан уҡыған.

Автор:
Читайте нас