

Йоҡо аралашмын, һуғышалармы, тип, бер ни ҙә аңламайым. Ырғып тороп лампочканы яғырға ине, йоҡлағандағы ғәҙәтем буйынса яҫтыҡ аҫтына һалған күҙлегем үс иткәндәй юҡ, таба алмайым. Уны тапҡанса, ығы-зығылы шау шыу бөттө, бүлмә тынып ҡалды. Тороп бүлмәне яҡтыртҡан инем...
Бүлмәлә Мамай яуы булып үткән төҫлө. Иҙәндә ҡан тамсылары, өҫтәл, тумбочкалар,ҡайһы бер койкалар, раскладушкалар шылған, түңкәрелгәндәр. Шифоньерҙәге, диуарҙағы көҙгөләр селпәрәмә килеп ярылып, иҙәнгә ярсыҡтары һибелгән. Арабыҙҙағы иң оло кеше, ғүмере буйына тракторҙа эшләгәнлектән ҡолаҡҡа ҡатыраҡ, пенсия ваҡыты арттырылғанлыҡтан, уны еткерә алмай эшләп йөрөүсе, Вәхит бабай ғына төптәге койкала бер ни ҙә булмағандай, ер һөргәндәге трактор тауышын сығарып тороп, ҡурылдап йоҡлай. Кем светте яға ул, иртәлә баһа эшкә, тип ҡалын тауышы гөжләне лә, кирегә әйләнеп ятты.
Мин уға, тор әле, янғынмы, йә һуғышмы башланды микән әллә? Башҡалар әллә ниҙән өркөшөп ҡасып сығып бөттөләр, мин бер ни ҙә аңлай алмайым, тип, уяттым. Иң тәмле йоҡола уятышып ней, иртәгә эшкә бит, тип һуҡранып, ҡатлап ҡатлап тороп, йәмһеҙ генә итеп һүгенеп тороп ултырҙы бабай. Шулай ҙа аптырап ҡалды. Ҡайҙа сығып бөткәндәр ул, малай-шалай һымаҡ шаярталар, тиер инек тә, үҙҙәре атай, олатай, ҡартатай булып бөткәндәр. Төн йоҡоһон бүлеп, ни эшләнеләр икән? Янып, төтөнө сығып торған янғын да юҡ, бомбежка ла юҡ, нимәнән ҡурҡып ҡастылар икән, тип, икәүләшеп аптыраштыҡ.
Коридорға сығып ҡарап, саҡырғас, берәмләп, икешәрләп кире бүлмәгә инә башланылар. Барыбыҙҙа йыйылышҡас һөйләгәндәре буйынса, хәл ошолай булған икән;
Сәғит йоҡо аралаш һаташып, ҡулымды крыса тешләне, тип, карауат өҫтөнә менеп һерәйгән. Ҡулдарын һелтәп торғанында, ҡараңғы ла диуарҙағы көҙгөнән үҙен күреп, тағы ла ныҡ ҡото осҡан. Көҙгөләге үҙенең шәүләһенә тондорған. Ҡулын көҙгө ярсығы ярып ебәргән.
Хисмәт уянғанында, башы осонда һерәйеп ҡулдарын һелтәп тороусы Сәғиттән ҡурҡҡан. Диуарҙағы көҙгө ярылғас, өрккән һарыҡ кеүек, шифоньерҙәге көҙгөнөң сағылышын, йоҡо аралаш ишек тип уйлап, шунда ырғыған. Кире ҡаҡлығып иҙәнгә тәгәрәгән. Маңлайын көҙгө ярсығы ҡырҡып ебәргән.
Уянғас та, берәүҙәр беҙҙе туҡмайҙар икән тип, ырғып тороп ҡасып сығып барған Радик уға эләгеп тәкмәсләгән. Тамам уянып, һаташыуҙан айныған Сәғиттә, йоҡоһона иҫереп, аңына баш була алмаған Хәлиттә, бөтәһе лә ишеккә ынтылғастары, улар араһына барып тығылғандар.
Уларға ҡалғандары эләгешеп, йығылышып, ҡайһылары койка, раскладушканы ауҙарғылап, тапап, тапалып ишеккә ынтылғандар. Кучамалакуча хасил итеп, бер береһен ситкә ырғытып ташлап, бигерәк тә йыуан Хәмит ныҡ тырышҡан унда, сығып олаҡҡандар. Һәр береһе кемдәрҙер бүлмәгә килеп инеп йоҡлағандарҙы туҡмап, һуғышып йөрөйҙәр, тип уйлағандар. Шулай ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та булалыр ул, йоҡо аралаш, ҡырҡ ата балаһы, ҡырҡ төрлө характерҙә, ауырыуға яҡын ҡылыҡлы, төндә һаташыусылар менән бергә тар ғына бүлмәлә йоҡлау...