Ғүмер бөткәнен көтмә

Ҡыҙҙары 85 йәшлек ата-әсәһенә үҙенә күсенергә тәҡдим итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғүмер бөткәнен көтмәҒүмер бөткәнен көтмә
Ғүмер бөткәнен көтмә

Ҡыҙҙары 85 йәшлек ата-әсәһенә үҙенә күсенергә тәҡдим итте. Ул ғаиләһе менән икенсе ҡалала, йылы яҡта йәшәй. Фатирҙары өс бүлмәле. Ерҙәре бар. Ә ата-әсәһе Урал төбәгендә. Бер үҙҙәре.

Ул был турала күп уйланды. Беҙҙең яҡта климат яҡшы, йыл буйы йәшелсә-емеш ашарға мөмкин. Ә атай-әсәй һәр нәмәне магазиндан һатып ала

Көҙгө эштәр башланғансы тип, өгөтләргә ҡайтып та төштө

Ә әсәһе менән атаһы нимә, ғүмер буйы нисек йәшәгән, шулай йәшәй. Иртән бутҡа бешереп ашайҙар, ҡоймаҡлап сәй эсәләр

Һуңынан етәкләшеп, атлап ҡайтырға тип, бер ҡайҙа ла ҡабаланмай, ашыҡмай ғына, ҡалаға сығалар. Күптән ғәҙәтләнгәнсә, киосктан гәзит һатып алалар. Ҡайталар, тағы ла сәй эсәләр. Төшкө ашты ашайҙар.
Ял итәләр. Көндәре шулай уҙа

Кисен, телевизорҙан ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар булмаһа, бабай әбейенә гәзит уҡый. Һәр уҡылған әйберҙе бергәләп тикшерәләр

Шулайтып һәүетемсә көн итәләр. Тормоштары тыныс һәм күнегелгәнсә бара. Был бик яҡшы

Ҡыҙҙарына улар ҡырҡа ҡаршы төштө. Һеҙҙең яҡта емеш-еләк үҫһә лә, йылы булһа ла, уларға үҙҙәрендә лә бик һәйбәт. Алманы, уны, барыбер күп ашамайҙар. Көнөнә берҙе ашаһалар, бик хуш.

Киске табын артында атаһы ҡыҙына тормош тураһында һөйләне. Ҡыҙым, һин беҙҙе аңламайһың, тине. Бәлки, һуңынан аңларһың...
Кешеләр, пенсиялағы ғүмер күңелһеҙ тип уйлай. Бер ҙә улай түгел! Пенсияла, киреһенсә, йәшәйһең. Күпте теләмәйһең, булғанына шөкөр итәһең. Бөгөнгөңдән шатлыҡ күрәһең. Әлбиттә, һау булһаң.

– Бер-бер хәл булып китһә?..
— Нимә булһа, шул булыр. Ниңә алдан ҡайғырырға? Ҡуй, ҡыҙым, һеҙгә барып, ҡунаҡта йәшәгән кеүек йәшәргәме? Бер кемгә лә ҡамасауламайбыҙмы, тип ҡурҡып йөрөргәме?

Атаһы, ҡарттарса тура яуап бирҙе:
...«Аңлайһыңмы, мин үҙ бәҙрәфемдә бep сәғәт буйы ултыра алам. Сөнки, ул — минең бәҙрәфем. Ә һинекендә интегәсәкмен, ҡыйынһынасаҡмын. Сөнки, ул минең бәҙрәфем түгел. Аңланыңмы?»

Ҡыҙы баш ҡына ҡағып ҡуйҙы

Был — аҡыллы яуап. Ғүмер бөткәнен көтөп йөрөү түгел, ә ысын тормош.

Гeoргий Ж𝕒𝕡к𝕠й.
  Тәржемә: «Хазина» төркөмө

Автор:
Читайте нас