

Ауылға йылға аша сығырға кәрәк. Йылғаға еткәс сирпәктәрҙе ергә ултырттыҡ та, бит-ҡулдарҙы йыуып, һыу эсеп алырға йылғаға төшөп киттек. Шулай йыуынып ултырабыҙ, ҡараһам беҙ муйыл йыйған яҡтан өләсәйем килә ята, йылғаға килеп етте лә, күперҙән сыҡмай йылғаны кисеп инеп китте. Галош кейгән бит инде, мин аптырап ҡарап ултырам, хәҙер галошына һыу инә бит тип, сөнки һыу тубыҡтан, ә өләсәйем һыуға батмай ғына атлап сыҡты ла китте.
- Өләсәй, һин ҡайҙа барҙың, - тип һорағайным, өндәшмәне лә, боролоп та ҡараманы, ҡайтып китте. Мин аптырап ултырып ҡалдым, ишетмәнеме икән әллә тип. Ярай, йыуынып, һыу эсеп, ҡайтып киттек, өйгә ҡайттым да өләсәйемдән һорайым:
- Өләсәй, һин ҡайҙа барып ҡайттың ул, - тим.
- Бер ҡайҙа ла барманымсы, - ти.
Мин өләсәй шаярта икән тип:
- Баяғы үрге яҡ кисеүҙән сығып ҡайтып киттең бит беҙ йылғала йыуынып торғанда,- тигән инем
- Кит, бушты һөйләп торма, бынағайыш, - тип әрләп ташланы.
Мин аптыраным, нимә әйтергә лә белмәнем, нимәшләп улай йәшерә икән ҡайҙа барғанын тип. Кис уйнарға тағын урамға йыйылабыҙ бит инде, шунда ипләп кенә уратып-уратып ҡына дуҫ ҡыҙҙан һорайым, бая кисеүҙә йыуынып торғанда бер әбей йылғаны кисеп сыҡҡайны бит әле, шуның исемен нисек әле ул тип һорағайным, ул:
- Әллә, мин берәүҙе лә күрмәнем ул, - тине.
Мин гел аптырайым нимә булды икән ул тип, әллә параллель донъя күрендеме, өләсәйем бит һыуға батмай ғына атлап сығып китте бит