

Сәстәре шул хәтлем оҙон, хатта башынан башлап ергә хәтлем һуҙыыып тарай тей. Арты менән ултырғас бәләкәс ҡыҙҙы күрмәй. Өләсәйем ҡурҡышымдан нисек ҡайтып еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалған.
Ҡайтып әсәһенә: - Әсәй, мин һыу инәһен күрҙем, әйҙә күрһәтәм, тип алып барған. Ә ул урында бер кемдә юҡ, тик теге ултырған ағас эргәһендә тауыҡ кисмәле генә шишмә ағып ята...
Шунан өләсәйемде әсәһе: "Эшемде туҡтатып, кеше бимазалап йөрөйһөң!"- тип әрләй әрләй ҡайтып киткәндәр.
П/С Шуны һөйләгәнендә мин уға:
- Өләсәй, ә аяғы урынында нимә ине, балыҡтыҡы һымаҡ ҡойроҡ инеме, - тиһәм.
- Ҡайҙан ғына беләйем инде ул ваҡытта ҡурҡыуҙан нисек ҡасҡанымды белмәйем, - тине.