

Яҡшылап та әйтәбеҙ, әрләп тә, юҡ инде. Оҡшайһың, ҡатынымды айырам һине алам, ти. Мин тегеңә, ҡатыныңа әйтһәм, ҡыҙларға бәйләнеп йөрөгәнеңде, кәрәгеңде бирер тим. Хахылдап көлә, һин кем дә, ул кем, ти. Мине этәп ебәреп әхирәтемде машинаға ултыртмаҡсы була, мин йәбешәм. Ҡыҫҡаһы, Өфө урамында зыҡ ҡубабыҙ. Нимә менән бөтөр ине, билдәһеҙ. Патруль машинаһы килеп сыҡты, ҡотолдоҡ ахыры
Иң ҡыҙығы алда булған икән. Икенсе аҙнаһында ауылға ҡайтырға сыҡтым попутка менән. Кеше күп, һәр бер туҡтаған машинаға югерәбеҙ. Бер машина туҡтап, алда ултырған ҡатын беҙҙең районды әйтте. Дөбөр - шатыр барып ултырҙым. Минән башҡа тағы икәү ултырҙы. Киттек. Әҙерәк тын алғас алдағыларға күҙ һалдым. Шундаааа. Күҙенә ен күргәндәге кеуек ҡурҡҡан танышты күрҙем. Уның ҡарашында ҡурҡыу ҙа, асыу ҙа, ялбарыу ҙа бар ине. Ҡайтып еткәнсе торғаны бер атракцион булды инде. Мин тамаҡ ҡырһам, ҡатынына ҡысҡырып хәбәр һөйләй, йә музыка аҡыртып ебәрә. Минең менән бергә ултырғандар төшөп ҡалып бөттөләр, машинала өсәу генә ҡалдыҡ. Машиналарының башына нимәләрҙер бәйләп алғандар ине, әллә шәп килеүҙән ҡойолоп китте. Күрмәмешкә һалышмаҡсы булған ине, ҡатыны ҡысҡырып ебәрҙе. Тегегә туҡтап йыйыуҙан башҡа сара ҡалманы. Машинаның ишеген асы ҡалдырмаҡсы итә, ҡатыны яба. Теге нығыраҡ ҡурҡһын тип, юрамал ҡатыны менән һөйләшә башланым. Ҡатыны бик сибәр һәм аҡыллы ғына ине. Ҡара тиргә батып килеп ултырҙы, шундай ҡурҡып ҡатынына ҡараны. Ул, әйҙә ҡайтайыҡ инде, тип йомшаҡ ҡына әйткәйне, газға баҫып ебәрҙе... Үҙебеҙҙең ауылга етәрәк тегеңә, ошонда туҡтат, тип өндәшкәйнем, тертләп, встречкаға сыға яҙҙы.
Аҙаҡ, уртаҡ таныштар аша, миңә рәхмәт әйтергә ҡушҡан. Тегеләр көлә, ошонан ҡотолһам, башҡаса ҡыҙҙарға бәйләнмәйем, тип һүҙ биргән, ти.
Башҡаса күргәнем булманы. Һүҙен тоттомы икән?