Минең менән йәш саҡта булған ғәжәп бер ваҡиғаны яҙырға булдым

Төнгө дежурствола йөрөгән мәлдә, йоҡларға ятһам төшөмә бер ят егет инә. Мин аҡса йыйып ҡуйғанмын, шул-шул ерҙә ята, әсәйемә әйт әле, ти

Добавить в предпочтительные источники Google
Минең менән йәш саҡта булған ғәжәп бер ваҡиғаны яҙырға булдымМинең менән йәш саҡта булған ғәжәп бер ваҡиғаны яҙырға булдым
Минең менән йәш саҡта булған ғәжәп бер ваҡиғаны яҙырға булдым

Ниңә үҙегеҙ әйтмәйһегеҙ әсәйегеҙгә? Барып үҙегеҙ әйтегеҙ, тим. Мин әйтә алмайым, мин был донъяла юҡ, ти. Төнгө сменанан арып ҡайтҡанға ла был егет төшкә инәлер, тип уйланым. Әһәмиәт бирмәнем. Ә ул тағы төшкә инде - шул-шул ауылда, шул-шул урамда йәшәй әсәйем, утынһыҙ ултыра, аҡсаһы етмәй, ә мин йыйған аҡса шунда ята, ти. Төндә арып ҡайтҡас, теләһә нимә инә төшкә, тип тағы иғтибар итмәнем. Бисмилламды әйттем дә. Ә бер аҙҙан тағы инә! Был юлы үсегеп, көйөп, тәки әйтмәнең бит әсәйемә, ә әсәйем унда утынһыҙ интегә, бар әйт, шул-шул адрес буйынса, мин был донъяла юҡмын бит, ти... Йоҡонан уяныу менән иҫтә саҡта адресын яҙып алдым тиҙ генә. Кушнаренко районы, шул-шул ауыл, урам, тип ҡат-ҡат әйтте. Өләсәйемә, минең төшкә таныш булмаған егет инә, әсәһенә барып, аҡсаһының ҡайҙа ятҡанын әйтеүемде һорай, нимә эшләйем икән, тигәйнем, ул, һорағас, бар, әрүахтар бит төшкә инеп иҫкәртә, тине. Ул ваҡытта Өфөлә эшләйем, дежурствонан һуң, нимә булһа ла булыр, тип ышанмаһам да, киттем таксила адрес буйынса. Күстәнәстәр алдым егеттең әсәһенә. Таксистан һорайым, шул-шул урам бармы, тип. Эйе, бар, ти. Шул урамға килеп туҡтаныҡ. Кәрәкле өйҙө эҙләп табып, индем, һаҡ ҡына ишеккә туҡылдаттым. Ҡатын сыҡты. Һаумыһығыҙ, мин фәлән-фәлән кеше, улығыҙҙы төштә күрҙем, аҡса йыйғайным, әсәйем утынһыҙ ултыра, аҡсаның ҡайҙа ятҡанын уға әйт, тип керҙе, шуға килдем, тинем. Аптырап китте, атаҡ, улым йылдан ашыу юҡ, ул нисек һеҙгә әйтергә может, тип. Өйөнә саҡырҙы. Элекке өй, ҙур ғына мейес, ә стенала төшөмә ингән егеттең фотоһы эленеп тора. Иҫем китте... Тап ошо егет минең төшөмә ингәйне, тинем. Улығыҙ, аҡса мейестең аҫтына йәшерелеп ҡуйылған, тип әйткәйне, тим. Ҡарағайныҡ, ысынлап та, шунда аҡса ята ине... Күстәнәстәремде биреп, ҡайтыр юлға сыҡтым. Туҡталышҡа барһам, унда байтаҡ кеше араһында шул төшкә ингән егет тора! Шаҡ ҡаттым! Миңә ҡул болғап-болғап юғалды... Бына шулай мәрхүмдәр киҫәтә икән, тип аптыраным...

Автор:
Читайте нас