

Мин дүртенсе курста уҡығанда реаним.-анест. бүлексәһендә эшләй башлаған мәл. Авариянан һуң бер егетте килтерҙеләр. Бик ауыр хәлдә, ләкин иҫендә ине. Беҙҙең күҙ алдында иҫен юғалтты. Һәм шул секундта биткә ел килеп бәрелгәндәй тойолдо һәм ҡапыл ғына егеттең йөҙө битемә терәлә яҙып үтте - күҙҙәре шарҙай асылған, ҡото осҡан ине, нимәлер әйтергә теләгәндәй ине. Ә бит егет ята, уны аппаратҡа тоташтыралар ине. Күҙ асып йомған арала булды, тәнем зымбыр итеп ҡалды. Ҡаттым да ҡуйҙым.
Миңә шәфҡәт туташы төрткәс айынып киттем, ярҙам итешә башланым. Миңә өндәшәләр икән, ә мин бер ни ишетмәй торғанмын шул саҡта. Үлде егет, нисек кенә тырышһалар ҙа. Иҫәңгерәп йөрөнөм дә, аҙаҡ бер төнгө дежурҙа саҡта ипләп кенә докторҙан һораным, башҡа һыймаҫлыҡ сәйер хәлдәр булғаны бармы һеҙҙең бында, тип. Миңә иғтибар менән тишеп ҡараны ла, бар, тик был турала һорама, һөйләмәйем, тине. Ниңә, тигәйнем, белгән кеше был турала былай ҙа белә, ә белмәгән кешегә быны белеү нимәгә ул, тине. Шул доктор комала ятҡан пациенттар менән гелән һөйләшә торғайны, әйҙә, бирешмә, сыҡ был яҡҡа, беҙ тырышабыҙ, һин дә тырыш, тигәнерәк кеүек. Кемгәлер ҡатыраҡ итеп әйтә, все, етәр һиңә прохлаждаться, ана ниндәй һин көслө, ҙур, тигәнерәк, ә кемгәлер йомшағыраҡ, ҡояш ҡалҡты, һине көтә, тип. Мин унда оҙаҡ эшләй алманым, төнгө дежурлыҡтар һаулығымды ҡаҡшатты, шуға ла йүнәлеште үҙгәрттем. Ләкин ел кеүек битемә килеп бәрелгән егеттең ҡарашын һис ҡасан онотмаясаҡмын.