32 йыл элек тормош иптәшем вафат булды

Әле ҡырҡ көнө лә утмэгэйне, ҡайғылы саҡ. Иртэн малды көтөүгә ҡыуҙым да, балалар йоҡлаған саҡта бер юлы бәшмәк ҡарап ҡайтырға булдым. Өйҙө тыштан бикләп киттем

Добавить в предпочтительные источники Google
32 йыл элек тормош иптәшем вафат булды32 йыл элек тормош иптәшем вафат булды
32 йыл элек тормош иптәшем вафат булды

Ямғырлы көн, һыуыҡ ине иртән. Элек түңәрәк йылытҡыстар була торғайны, өлкәндәр иҫләйҙер, шуны ҡуйып сыктым, балалар уяныуға өй йылы булһын тип. Бәшмәк күп, йыя торғас, әллә ҡайҙа барып сыҡтым һәм шылғаҡ үләнгә яҙатайым баҫып шишмә аҡҡан тәрән йырынға ҡурҡыныс итеп тәгәрәнем. Ҙур ауыр кәүҙәле кешегә күп кәрәкме, иҫте юғалткандай булдым. Һәм иремдең тауышы эргәлә генә яңғыраны - тор, тиҙерәк ҡайта һал, унда төтөн, балалар, ти. Уянып киткәндәй булдым, көскә йырындан килеп сыҡтым, тоҡсай шунда ятып ҡалды, бәшмәк ҡайғыһы юҡ ине. Сусҡа кеүек бысранып, баштан аяккаса һыуланып, ғауғалап көскә ҡайтып етеп, өйгә инһәм йылыткыстың шнуры төтәй. Розетканан һура һалдым. Тормош иптәшем вафатынан һуң да беҙҙе ҡурсалап оло бәләнән һаҡланы, йәне йәннәттә булһын. Шундай рәхмәтлемен

Автор:
Читайте нас