Аҙналыҡ йондоҙнамә (5 - 11 октябрь)

    

Добавить в предпочтительные источники Google
Аҙналыҡ йондоҙнамә (5 - 11 октябрь)Аҙналыҡ йондоҙнамә (5 - 11 октябрь)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (5 - 11 октябрь)

Ҡуҙы
Ҡәҙерле кешегеҙҙән әлеге хәлгә һи­ҙелерлек йоғонто яһай һәм ҡарашы­ғыҙҙы үҙгәртә алырлыҡ яңылыҡ алыу ихтималлығы ҙур.

Буға
Уңышлы осор. Был ваҡыт әүҙем ял итеү, ижади эш башҡарыу, үҙ-үҙеңде күрһәтеү өсөн киң мөмкинлек аса. Матди мәсьәлә икенсе планға күсәсәк.

Игеҙәктәр
Һөнәри үҫеш өсөн уңайлы осор. Яңы һәләт үҙләштерегеҙ һәм оҫталыҡ дәресенә йөрөгөҙ - һеҙҙең өсөн шәп карьера мөмкинлек­тәре асылыр.

Ҡыҫала
Аҙнала дуҫтарса ос­ра­шыу бик уңышлы була­саҡ. Көс йыйыу өсөн яҡын кешегеҙ менән күберәк ваҡыт үткәрергә ты­ры­шығыҙ. Шулай уҡ йондоҙҙар нимәлер һатып алыу ме­нән ҡыуан­дырып, көндәлек тормош­тан ситләшергә кәңәш итә.

Арыҫлан
Ваҡытығыҙҙы ҡәҙерләгеҙ, көсөгөҙҙө ваҡ-тө­йәккә сарыф итмәгеҙ. Әгәр ҙә эш менән яҡындарығыҙ араһында һайларға тура килһә, туғандар менән ваҡыт үткәреүҙе өҫтөнлөклө итеп ҡуйығыҙ.

Ҡыҙ
Уҡыуҙа ла, командировкала ла уңыш юлдаш булыр. Аҙнала тирә-яҡ мөхиттән күп ҡыҙыҡлы тәҡдим килер, шуға күрә һайлау еңел булмаясаҡ.

Үлсәү
Тотош аҙнаны планлаштырыуға иғтибар итеү кәрәк. Бер юлы бер нисә эште башҡарырға ту­ра килер. Теүәллек һәм иғтибарҙы туп­лау мөһим буласаҡ.

Саян
Эш мәсьәләһендә ҡабул иткән ҡарар дөрөҫ бу­лып сығасаҡ, тиҙҙән һеҙгә уңайлыҡ һәм ла­йыҡлы муллыҡ менән файҙаланыу мөм­кинлеге барлыҡҡа килер.

Уҡсы
Ваҡ-төйәк ҡаршылыҡты иҫәпкә алмаһағыҙ, осор уңышлы үтәсәк. Тырыш хеҙмәтегеҙ маҡсатҡа ирешергә ярҙам итәсәк.

Ылаҡ
Ғаилә һәм эш мөнәсәбәттәрен нығытығыҙ - был ышаныслы тыл тәьмин итер. Яңы нәмә өйрәнегеҙ һәм тирә-яҡ донъя күп­­­кә ҡы­ҙыҡлыраҡ буласаҡ. Ныҡышмалылыҡ күр­­һәт­һә­геҙ, мотлаҡ уңышҡа өлгәшер­һегеҙ.

Һыуғояр
Һәр физик әүҙемлек: спорт менән шөғөлләнеү, йәйәү йөрөү файҙа килтерәсәк. Матди хәлегеҙҙең бер аҙ яҡшырыуы ихтимал: аҡсалата бүләк, уңышлы һатып алыу йәки иҫке бурысығыҙҙы ҡайтарыу.

Балыҡ
Йәйәү йөрөү йәки китап уҡыу кеүек ябай шат­лыҡтар тыныслыҡ килтерер. Дөрөҫ һәм ту­лы ял итеү өсөн мөмкинле табығыҙ.

Автор:
Читайте нас