Беҙҙең эштә, санаторийҙа повар булып эшләнем

Кухонный бер ҡыҙыҡай Р. инде көйөп, ҡаңғырып килә башланы эшкә. Йоҡом килә лә, йоҡом килә, йоҡлай алмайбыҙ, тип. Нимә булды һиңә, тиһәм, был миңә һөйләй башланы:

Добавить в предпочтительные источники Google

- Апай, беҙ яңы өй һалдыҡ, өй күтәрҙек, - ти. - Үҙебеҙ атай-инәй менән аласыҡта йәшәп яттыҡ, өйҙө күтәргәнсе. Өйҙө төҙөп бөткәс, апайым имсәк бала менән, еҙнәм, уларҙы өйгә индерҙек башлап ҡунырға. Беренсе көн ҡурҡып килеп сыҡтылар. Йоҡлай алмай сыҡтыҡ, тинеләр ҙә, нимә булғанын әйтмәнеләр, ти.

Шунан өсөнсө төнгә, түҙмәй, беҙҙе саҡырҙылар, әйҙә бергә инеп йоҡлайыҡ, күсенәйек тә, диван-койкаларҙы алып, урын етмәһә иҙәндә лә ятырбыҙ, тип беҙҙе алып керҙеләр, ти. Керҙек, төннә йоҡлап ятһаҡ, сәғәт төнгө ике, өсөнсө булғандыр, бер нәмә бер заман килтереп тороп һуҡты өйгә бүрәнә һымаҡ нәмә менән, ти буйы менән. Өй һикереп кире килеп төштө, урынына ултырҙы ти. Ырғып киттек, барыбыҙ ҙа уянышып, аңламаныҡ, ул нимә булды икән, тип.

Йоҡо китте, ҡайҙа ул йоҡо, ҡурҡып бөттөк, төнө буйы йоҡламай һөйләшеп сыҡтыҡ. Шунан мин бынан һорайым:

- Һеҙ яңы өйгә башлап сыҡҡанһығыҙ, иҫке өйҙөң хужаһын саҡырҙығыҙмы үҙегеҙ менән. Иҫке өйҙөң хужаһы, әйҙә беҙҙең менән бергә, иҫке өйҙә лә бергә һәйбәт йәшәнек, яңы өйҙә тағын да һәйбәтерәк йәшәрбеҙ, изге ҡыуаныстар-һөйөнөстәр менән генә , ауыртыу-һыҙланыуһыҙ ғына, тип әйттегеҙме, исмаһам?

- Ю-юҡ, ниңә аны әйтәләр һуң, белмәйбеҙ беҙ аның һымаҡ нәмәне, - ти..

- Как белмәйһең, атайың-инәйең оло кеше, неужели белмәйһегеҙ, - тинем. - Вот һеҙгә иҫке өйҙөң хужаһы үсеккән дә, шуға ныҡ итеп һуғып киткән.

Шунан Р. һөйләй, апайымдар өс көн йоҡлағанда йоҡлай алмағандар, только йоҡлап китһәләр бала илай ти, бәтәш, уянып китһәләр, сәңгелдәкте инде бынаулайтып атып бәреп бәүелтә ти. Ҡапыл күтәреп, ҡапыл ебәрәһең дә - әллә ҡайҙа атылып китә, ти. Баланың тәнендә күк бар, семеткән. Баланы өс көн буйына ыҙалатҡан ҡыҫҡаһы. Ҡурҡҡандар, шуға быларҙы саҡырып кереткәндәр. Әммә мәғәнәһен белмәгәндәр.

Һуң шул өйгә мулла саҡырып, аят уҡытырға була бит инде, шунан сығырлар ине. Или хотя бы үҙҙәре белгәнсә уҡынырҙар ине, саҡырһындар ине өй хужаһын. Бына ауылда йәшәп, өләсәйҙәре лә булған, шуның һымаҡ мәғәнәне белмәгәндәр. Алай ҙа була икән... Аҙаҡ улар ныҡ ауырыны, әсәйҙәре лә, атайҙары ла үлде. Миңә һөйләгән ҡыҙыҡай ҙа саҡ йөрөй ине, иргә сыға алмай, инде оло йәштә булып килә. Белмәйем, әле нисек йәшәйҙер...

Автор:
Читайте нас