

Шуларға ҡарай ҡуйҙым - ағастарҙы әллә бульдозер менән этәп йығалармы, тип. Артабан аптырап ҡарап ҡорам - ағастар бер-береһенә бәрелеп һуғыла башланы, һелкенеп-һелкенеп ултыра торғас, ағас төбөнән 50 метрҙай оҙооон торнадо өйрөлөп килеп сыҡмаһынмы! Юлында бөтә нимәне әйләндереп минең яҡҡа килә бирҙе лә, ҡапыл күрше Ю. яңы ғына күтәргән һарай ҡалайҙарын, ҡыяр япмаларын бергә, ерҙе әрсеп, һоп-һор төҫлө, (беҙ тау башында йәшәйбеҙ), аҫҡы Олойылға урамына һипте лә, үҙе лә, ҡалай килеп сыҡҡан, шулай юҡҡа сыҡты. Мин элек уйлай торғайным, ураган, торнадо күктән төшә икән тип, ә шул көндө ташлы тау башынан да килеп сыға икән, тип аптырап ҡарап торҙом. Балалар үҫеп 10 йәш тирәһе булғас, ошо хәлде һөйләнем, улар теге ағас төбөн барып ҡарағандар, ағас төбөндә ҙур ғына тишек әле лә бар тиҙәр... Ә һеҙҙең ендәрҙе күргәнегеҙ бармы? Минең бар. Был хәл бынан 50 йыл элек булды