

Өләсәйем мал - тыуарҙы ҡарап, мине эйәртеп киттек әбейгә йоҡларға. Ул ваҡытта төнгө 12лә ауылда светте һүндерәләр ине, ауыл ҡап-ҡараңғылыҡ эсендә ултыра, машиналар йөрөмәй. Барып сәй эстекме, иҫләмәйем, өй ике яҡлы, төкөтмә менән эшләнгән, ишектән кергәс залға уң яҡҡа беҙ өләсәйем менән яттыҡ, ә Зөлфиә әбей һул яҡта мейес артында.
Инде йоҡлап киттек тигән дә, күмәк ҡыҙҙар көлгән тауыш сыҡты, эй, күптәр инде үҙҙәре, өй башына йүгереп дөбөр-шатыр менәләр ҙә, торбанан кереп мейестән килеп сығалар ҙа, өйҙөң аҫтын өҫкә килтереп һикереп, беҙҙең өҫкә менеп тә һикерәләр. Үҙҙәре ауыр тәнле, матур ҡыҙҙар тауышы менән көләләр ҙә, ишекте шарт итеп асып сығып йүгерәләр тышҡа, ишектең яғы соланға шундай итеп бәрелеп ҡала инде,улар сыҡһа Зөлфиә әбей, Зарифа тороп ишекте генә яп әле тигәс, өләсәйем торғайны, ишек бикле ти. Эй, ике әбей ике яҡта доға уҡыйҙар, ә тегеләр беҙгә таң әтәстәре ҡысҡырғансы йоҡо бирмәй, төнө буйы торбанан кереп, ишектән югереп сығып хәлде алдылар. Аҙаҡ таң атыуға күҙгә күренеп ҡалды, йөнтәҫ маймыл һымаҡ оҙон ҡойроҡло хайуандар ине, иртән тороуға өй эсен ҡоромға буяп ҡуйғандармы ни, бөтә әйбер ҡап-ҡара ине! минең ҡурҡыу оҙаҡ бөтмәне, аҙаҡ ошо енле ауылға күсенеп килеп, йәшәп ятабыҙ, теге әбей менән бабай үлеп китте, иҫке өй урынына туғандары яңы өй һалды, аҙаҡ һорарға уйланым, өйөгөҙ тынысмы тип, һораманым, бер аят ашында ошоларҙы туғандарына һөйләнем, эйе элек ендәр күп булды ауылда тинеләр
Ә ендәр бар, улар беҙҙең менән параллель донъяла йәшәйҙәр, кафырҙары ла, мосолман ендәре лә бар, ҡояш байыу менән улар ер өҫтөнә киләләр, ҡояш байығас ергә төкөрөргә, бысраҡ һыу түгергә ярамай, ауырыйһың... Улар шундай күп ти, хатта ергә энә ҡаҙарлыҡ урын ҡалмай икән...