

Күрәҙәсе тип барған кешеһе, әлбиттә, уның йомшаҡ урынын – яуапһыҙлығын һәм үҙенә ышанмағанын – белә. “Һиңә күҙ тейгән, уны дауаларға кәрәк” тип, әллә күпме аҡсаһын “һурҙы”.
Күрәҙәлек бит бөгөн бизнес кеүек. Улар кешене бер тапҡыр ғына ҡабул итмәй, ә даими «дауалау» курсы тәҡдим итә. Һәр сеанс өсөн аҡса ала, «материал» һатып алырға ҡуша, «ҡорбан» килтерергә әйтә. Һөҙөмтәлә, әлеге танышым кеүек, кеше аҡсаһын да, ваҡытын да юғалта, ә проблемаһы шул килеш ҡала.
Уңышты ырымдар менән түгел, тырышлыҡ, ихтыяр көсө һәм ихласлыҡ менән йәлеп итергә кәрәк. Ғөмүмән, кешенең ҡот-ырыҫы уның эшмәкәрлегенә, белеменә, тырышлығына, социаль шарттарына бәйле. Ауырыуҙар - вирус, бактерия, генетик факторҙар, экология һөҙөмтәһе. Ә ғаилә мөнәсәбәттәре үҙ-ара аңлашыу, хөрмәт, яуаплылыҡ нигеҙендә ҡорола. Шуға күрә тормоштағы проблемаларҙы күрәҙәсегә барып түгел, башҡаса хәл итергә өйрәнергә кәрәк. Мәҫәлән, ауырыһаң - врачҡа барырға, яҡындарың менән араң боҙолһа, ултырып һөйләшергә.
Кеше үҙенең тормошондағы ауырлыҡты «сит көс» менән бәйләһә, ул ысын сәбәбен күрмәй ҡала.
Һәр кеше үҙ тормошоноң хужаһы. Уңыш - ниндәйҙер ырымдар түгел, ә эшһөйөүсәнлек, белем, тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Бәхет тә им-том түгел, ә һаулыҡ, ғаилә, дуҫлыҡ, яҡшылыҡ ҡылыуҙан килгән ҡәнәғәтлек тойғоһо.
Мин шәхсән шулай уйлайым.