Вампир менән йәшәйем

«Көнгәк»те Мәләүездәге әхирәтемә барғас уҡыным да, яҙырға уйланым.

Добавить в предпочтительные источники Google
Вампир менән йәшәйемВампир менән йәшәйем
Вампир менән йәшәйем

«Көнгәк»те Мәләүездәге әхирәтемә барғас уҡыным да, яҙырға уйланым. Гәзиттә ен тураһында күп яҙалар. Ул икенсе, параллель донъяла булған зат бит инде. Ә үҙем шул ен менән бер өйҙә йәшәп ятам. Ун биш йыл. Ул төндә килеп карауат ситенә ултырған, зыярат аша үтеп киткәндә эйәреп алған йә мунсала йыуынған ен түгел, ә минең ирем.

Туғандар, күршеләр, эштә бергә эшләгән кешеләр вампир менән йәшәүемде белә.

Башта беленмәгән кеүек ине, йәш барған һайын аңлайым. Ул бит минең ҡанымды «эсә». Һирәк-һаяҡ ҡына булһа бер хәл. Көн һайын.

Иртән торғанда уҡ ҡурҡып торам, был ниндәй кәйефтә уянды икән тип. Ашарға ултырғанда ла шул хәл.

Юҡ-барға бәйләнеп, әсе телен йыш «бәреп» йонсота. Йә тегеһе, йә быныһы оҡшамай. Минең юҡ яғымды әйтеп кәмһетә. Хатта ашағанда ла нимәгәлер риза түгел. «Һин тегеләй, һин былай...» ошо һүҙҙәре мейене быраулай. Үҙе бер эшлекле кеше булһа бер хәл.

Беләһегеҙме, мине кәмһетеп, илатып туҡтай ҙа, үҙе дәртләнеп китә. Ятҡан еренән ырғып тороп туҙан һурҙыра, сәй ҡуйып ебәрә. Күршем: «Ул бит ысын вампир, һинең күңелеңде төшөрөп, илатып үҙенә рәхәтлек ала. Энергияң менән туҡланып, дәрте артып китә» - ти.

«Бала сағы әсәйһеҙ үткән, шуға гел кемдәндер үс алырға тырыша», тип һөйләй бер таныш апай. Йәнәһе, бала саҡ травмаһы. Минең быға ни ҡыҫылышым бар һуң?

 Ирем өйҙә булмаһа, рәхәтләнеп эшләйем, көләм, шаярам, ҡайтып инеүе менән донъям әйләнеп төшә. Күптәр унан айырылырға ҡуша. Тик барыр ерем юҡ тип түҙәм. Белмәйем, күпмегә барыр икән был хәл. Түҙемлегем бөттө. Ул берәй ҡасан үҙгәрерме?

Зилә ӘХТӘМОВА.

Автор:
Читайте нас