

Мин икенсе синыфҡа барғанса беҙ, Атай-әсәй, апайым , мин бәләкәс кенә бер бүлмәле өйҙә йәшәнек. Шул өйҙә мейес ҡырында урындыҡ була торғайны. Ә мейес артында таҡта һалынған тар ғына урын, минең яратҡан урыным булды. Тыштан өшөп инһәм гелән шунда инеп йылынып йоҡлап китә инем. Икенсе синыфҡа барғас ул өйҙө һатып, атай әсәйем ҙур, иркен өй һалып сыҡтылар. Апайым менән минең айырым спальня, ҙур ғына ике яруслы кровать.шулайҙа теге мейес артын һағынып бер булдым. Бер көн сыҙамай киттем арғы остағы иҫке өйгә. Өйҙе һатып алған апай һарайҙа ниҙер эшләп йөрөй, мине күрмәй. Ире күренмәй ине. Шым ғына инеп мейес артын ҡарайым. Таҡта ята шул килеш, тик төбө ҡоромло сүлмәк түңкәреп һалғандар. Сүлмәккә теймәй генә кереп ултырҙым да ул, йоҡлап киткәнмен битемде ҡоромға һалып. Шау-шыуға уянып киттем. Хужа ағай иҫереп ҡайтып, апайға ҡысҡыра, туҡмай. Уныһы илай, илай сығып ҡасты, мине күрмәйҙәр. Ҡот осто, хәҙер мине күрһә, теге апай шикелле туҡмап сығарыр инде тип курҡам. Шунан урындыҡҡа менеп, арҡаһын мейескә терәп килеп яттыла шымып ҡалды ағай. Йоҡланы шикелле тип, аша төшөп сығайым тип арҡаһына тотоғайным, ялп итеп башын бороп миңә ҡараны ла ҡуйҙы. Мин тазылдап килеп ҡысҡырып ебәрҙем,ә теге ағай минән яман аҡырып урындыҡтан йығылып, дөбөр шатыр сығып ҡасты.
Шулай инде, бите башы ҡоромға буялып,сәсе туҙған бала ултырһын әле, кем булһа ла ҡурҡыр ине, бала тип тә уйламаған ул.
Миндә урамға йүгерҙем.Ҡапҡа янында тәмәке ҡабыҙып маташҡан ир мине күреү менән ҡойма аша һикереп сығырға уйланы ла, һикереү менән кире был яҡҡа йығылып төшөп, Алла бисмилла ҡабат эсмәйем,Алла бисмилла!кәләшкә ҡул күтәрмәйем,юғал күҙемдән,ҡотҡар Аллам, тағын әллә нәмәләр тип ҡысҡыра башланы. Мин ҡапҡа аҫтынан тәгәрәп сығып ҡастым.
Урам буйлап мине эҙләп сыҡҡан әсәйем менән атайым осрамаһа белмәйем нимә менән бөтәр ине был хәл. Ә теге ағай больницала ятып сыҡҡан тип һөйләнеләр, эсеүен дә ташлаған икән шунан һуң.