Көнгәк
+12 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Мин бәләкәй саҡта, алтмышынсы йылдар башында булды был хәл

Ҡартнәйемдең бер затының мәрхүм булыуын ишетеп, Архангель районының ниндәйҙер төпкөл бер бәләкәй ауылына, исемен иҫләмәйем барҙыҡ. Свит юҡ, кәрәсин лампалар ғына бар заман, йүнле юл да юҡ, транспорт та юҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мин бәләкәй саҡта, алтмышынсы йылдар башында булды был хәлМин бәләкәй саҡта, алтмышынсы йылдар башында булды был хәл
Мин бәләкәй саҡта, алтмышынсы йылдар башында булды был хәл

Саҡҡа барып еттек мең эт бәләһе менән. Ҡартнәйем юлда ҡурҡмаҫ өсөн мине үҙенә иптәш итеп алған инде үҙенә ҡалһа. Алты йәшлек баланы. Уның үҙенә ул саҡта ни бары 46 йәш булған, миңә өлкән кеүек күренһә лә. Ауылға төнләтә барып еттек, үҙебеҙҙең килеребеҙҙе хәбәр ҙә итмәгәнбеҙҙер инде, ҡаршы алған кеше юҡ. Ай яҡтыһы. Ауылдың осондағы бер өйҙө үтеп барабыҙ, шунда бала-сағаларҙың тауыштары яңғырап тора. Ҡартнәй миңә, С. ул яҡҡа ҡарама, тип усымды нығыраҡ ҡыҫты һәм аҙымдарын ҡыҙыулатты. Ә мин, ҡарама, тигәс, нығыраҡ ҡарағым килде лә ҡараным һәм өй башында ултырған, өй мөйөшөнә йәбешкән ҡурҡыныс нәмәкәйҙәрҙе күрҙем, улар беҙгә ҡыҙыҡһынып ҡарай, күҙҙәре ялтлап тора ине. Ныҡ ҡурҡтым, шар итеп ҡалдым. Ҡартнәйем мине күтәрҙе лә, йүгерҙе. Аҙаҡ минең йөрәкте ҡағып-һуғып, тоҙ менән өшкөрөп кеше итеп алдылар. Ҡайтҡанда ат менән алып барҙылар. Ҡайтҡас ҡартнәйемдән һорағас, нимәләр булды ул, тип, шыбырлап ҡына, төкөрөнә-төкөрөнә, шайтан балалары уйнай ине, тине. Оноторға тырышһам да онотоп булмай ҙа ҡуя. Хәтерләгән һайын йөрәгем жыулай, дерелдәп китә.

Автор:
Читайте нас