Көнгәк
+12 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Нисек мин НЛО күрҙем

Дүрт йыл элек булды был хәл. Пермь ҡалаһынан ун саҡрым алыҫлыҡта йорт төҙөп сыҡҡайныҡ. Ике этем бар, улар беҙҙең менән бергә өйҙә көн күрә. Таңғы дүрттә шул эттең береһе сыйнап, мине урамға әйҙәне. Быға тиклем ул этем бер ҡасан да төнөн уятмай торғайны. Тышҡа барғыһы килгәндер, тип йоҡоло килеш сыҡтым.

Добавить в предпочтительные источники Google
Нисек мин НЛО күрҙемНисек мин НЛО күрҙем
Нисек мин НЛО күрҙем

Этем урамдағы эскәмйә эргәһенә ултырҙы, бер тауыш сығармай ҡурҡҡан кеүек, күккә ҡарай. Мин дә эскәмйәгә ултырҙым да ул төбәлгән яҡҡа ҡараһа-а-ам... Һауала киңлеге метр ярым тирәһе, бейеклеге 20-30 сантиметрҙай бер нәмә эленеп тора. Үҙе дискотекалағы яҡтыртҡыс һымаҡ төрлө төҫтәрҙә зигзаг яһап, өйрөлә. Мин арбалып шул нәмәгә ҡарап ҡаттым. Бер заман был яҡтыртҡыс беҙгә табан ыңғайланы. Ҡот осто. Этемә, әйҙә индек, тип ипләп кенә, аяҡтарҙы шылдырып ҡына баҫып өйгә табанланым. Ингәс, урыныма ятҡайным бер яҡ ҡолағымда "Морзе азбукаһы" һымаҡ "пип-пип-пип" тигән тауыш тора. Тик ул Морзе тыҡылдауы түгел, ул хәрефтәрҙе мәктәптә әҙ-мәҙ өйрәндек бит инде. Икенсе ҡабырғама ятып, был ҡолағымды ҡаплаһам, уныһынан да шул тауыштар ишетелә. Салҡатан ятып та ҡараным. Саҡ таң аттырҙым. Ғүмерҙә борсомаған башым шул мәлдә ауыртты. Пипелдәү тауышы үҙенән-үҙе юҡҡа сыҡты. Аҙаҡтан сит планета кешеләренең карабы булғандыр, тигән фекергә килдем. Этем аша мине урамға сығарып, алып китергә уйланылар микән... Кешегә һөйләгәс, береһе лә ышанманы. Аҡылдан яҙғандар рәтенә индерерҙәр, тип ул турала башҡа ауыҙ ҙа асманым. Дүрт йыл үткәс йәнә һеҙгә һөйләп ҡарарға булдым. Ышанаһығыҙмы, юҡмы, уныһы һеҙҙең эш. Әммә был хәл ысынында булды.

Сығанаҡ: Ғәләмәт донъя

Автор:
Читайте нас