Ҡатын - ҡыҙҙың күңелкәйе - сәскә,..
Наҙлы таждар бик тиҙ шиңәләр...
Күҙ йәштәре - шул таждағы ысыҡ,
Ҡояш ҡалҡыу менән кибәләр...
Ә ҡояшы - йәрҙең йылмайыуы,
Наҙлы һүҙе - иркә ел кеүек...
Яратыуы - йәйге ямғыр үҙе,
Сафланыуҙан балҡый гөл - күңел...
Ҡатын - ҡыҙҙың күңелкәйе - сәскә...
Өҙәм тимә, ерһеҙ тик кибер...
Наҙ һәм һөйөү тулы ҡараштарҙан
Шиңгән сәскәләр ҙә терелер...
/Сәкинә Тотманова/