Көнгәк
+18 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Аҡназарҙа «Ҡорот байрамы» үтте

Ә һеҙ булдығыҙмы унда?

Бәхәсләшмәйем, улар мал ҡәҙерен белә. Йылҡы тота, һыйыр аҫырай, ҡош-ҡорт үрсетә. Бында үткән һәм бөгөнгө йәнәш атлай, йолалар шулай һаҡлана. Уңған хужабикәләр һыйыр ағынан әллә нисә төрлө һый әҙерләй.  Республикала ғына түгел, илебеҙҙең башҡалаһында, Санкт Петербург тарафында ла милли аш-һыуыбыҙҙы күрһәтеп, башҡа милләт вәкилдәрен ҡоротҡа “ултыртты”.

Бында тәүге тапҡыр милли ризыҡҡа арналған «Ҡорот байрамы» гөрләне. Байрамға «Мәләүез ынйылары» халыҡ башҡорт фольклор ансамбле саҡырылды һәм сараны музыкаль яҡтан биҙәне. Уларҙың халыҡсан,  сығышы алҡыштарға күмелде.

Иғтибар үҙәгендә төп ризыҡ – ҡоротҡа арналған күргәҙмә булды. Ҡунаҡтар был ризыҡты һатып алыу менән генә сикләнмәй, ә уның төрҙәре менән танышты, урындағы хужабикәләрҙең оҫталығын баһаланы.

Был көндө халыҡ уйындары һәм йолалар күрһәтелде.
Ә «Мәләүез ынйылары» ансамблене ағзалары шаян бейеү йырҙары һәм лирик йырҙар менән биҙәне байрамды. Хәҙер Аҡназар ауылының үҙ байрамы бар!

Аҡназарҙа «Ҡорот байрамы» үтте
Аҡназарҙа «Ҡорот байрамы» үтте
Аҡназарҙа «Ҡорот байрамы» үтте
Аҡназарҙа «Ҡорот байрамы» үтте
Аҡназарҙа «Ҡорот байрамы» үтте
Аҡназарҙа «Ҡорот байрамы» үтте
Аҡназарҙа «Ҡорот байрамы» үтте
Аҡназарҙа «Ҡорот байрамы» үтте
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас