Изгелек эшләргә ашығайыҡ, ул беҙгә әйләнеп ҡайта

Күп яҡташтарының һаулығын һаҡлап ҡалған медсестра Гүзәл Ҡотлоғужина тураһында был мәҡәләбеҙ.  Уның хеҙмәт стажы 43 йылға яҡын.

Гүзәл Мәрхәметдин ҡыҙы райондың Апас ауылында тыуып-үҫкән. Аптраҡ мәктәбендә 10-сы класты тамамлағас, Стәрлетамаҡта бухгалтерҙар курсын тамамлап, “Арыҫлан” совхозында эшләй. Бала саҡтан кешеләрҙе дауалау хыялы тынғы бирмәй ҡыҙ  Салауат медицина училищеһына уҡырға инә.

Диплом алғас  йүнәлтмә буйынса Шәрип ауылына ебәрәләр. Бер нисә йыл эшләмәгән  медпунктты, уның тирә-яғын тәртипкә килтереүгә ҙур көс һала ҡыҙ. Шәрип, Арыҫлан ауылдарында  халыҡ менән тиҙ уртаҡ тел таба. Документацияны тәртипкә килтерә, хатта медпунктта  дарыухана  асыуға ирешә. Бина мейес яғып йылытыла, күп тапҡыр ҡулланылған шприцтар –быларҙы оло быуын әле лә хәтерләй. Йәшлек дәрте һәм һөнәренә булған һөйөүе ауырлыҡты еңергә ярҙам итә.

 Водитель булып эшләүсе Ҡорбанғәли Рәшит улының күҙе төшә уға. Йәштәр өйләнешергә ҡарар итә. Бөгөнгө быуындан айырмалы, сәскәле, кәнфитле булмай уларҙың осрашыуы. Икеһе лә эштә, ауыл ерендә ҡапыл ауырып киткәндәргә  төнмө, таңмы – йәйәүләп саҡырыуҙарға ла барып өлгөрөргә кәрәк. Йәш булыуына ҡарамай, Гүзәл Мәрхәметдин ҡыҙы был йылдарҙа бик күптәргә урынлы кәңәшен бирә, артабан дауаланыу өсөн район, республика дауаханаларына йүнәлтә.

  1986 йылда хеҙмәт юлын үҙәк район дауаханаһының кардиология бүлегендә дауам итә. Бында ла аралашыусан, ярҙамсыл белгес пациенттар менән тиҙ уртаҡ тел таба, хеҙмәт коллективында абруй ҡаҙана.  Ҡала үҫешенә тос өлөш индергән һәм  Рәсәй кимәлендә минераль ашлама етештергән “Мәләүез минераль ашламалары” йәмғиәте заводына йәштәр күпләп урынлаша. Йорттар төҙөлөп, яңы балалар баҡсаһы сафҡа тапшырылһа ла, уларға сират барлыҡҡа килә. Беренсе ҡыҙҙары Әлиә тыуғас, Гүзәл Ҡотлоғужина хеҙмәткәрҙәр өсөн балалар баҡсаһы ла булғас, ошо йәмғиәткә эшкә бара. Икенсе ҡыҙҙары Юлиә менән дә декрет ялында оҙаҡ ултырмай, яратҡан эшен дауам итә. Ғүмеренең иң сағыу йылдары ошо предприятиеның һаулыҡ һаҡлау тармағы менән тығыҙ бәйле уның.

Махсус курс тамамлап ҡайтҡас, ул химия заводы поликлиникаһының физкабинетында  эшләй башлай. 39 йыл ғүмере уның менән айырылғыһыҙ бәйле Гүзәл Мәрхәметдин ҡыҙының. Етәкселек алмашына, донъяның төрлө сағы була, әммә халыҡ һаулығын һаҡлауҙағы талаптар үҙгәрешһеҙ ҡала. Төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталары менән билдәләнгән уның эше. Шулай ҙа пациенттарҙың рәхмәте иң юғары баһа, тип иҫәпләй.

Көслө бәндәһенә һынауҙы йәлләмәй Хоҙай.  Гүзәл Ҡотлоғужинаның тормош иптәше ауырыуҙан йәшләй генә вафат була. Күтәрә алмаҫтай ҡайғыны пар ҡанаты - ҡыҙҙары, шулай уҡ туғандары, хеҙмәттәштәре менән бергә йырып сыға ул. Врачтар үҙендә лә етди сир асыҡлағас, тормош туҡталып ҡалғандай тойола. Әллә кеше рәхмәте, әллә балалары өсөн йәшәргә кәрәклеген аңлау был ҡаршылыҡты ла еңеп сығырға булышлыҡ итә.  Әлиә менән Юлиәгә юғары белем алырға ярҙам итә.

Бөгөн уның тормошо үҙен аңлаған, ярҙам ҡулы һуҙған кешеләре, ейәндәре менән матур. “Изгелек эшләргә яратам, шул үҙемә әйләнеп ҡайтып тора”,- ти дүрт тиҫтә йылдан ашыу  хеҙмәт стажлы медик. Ысындыр, шулай булмаһа, бөгөн дә йәштәрсә хәрәкәтсән, тормошҡа оптимистик рухта ҡалыу мөмкин булмаҫ ине.

Изгелек эшләргә ашығайыҡ, ул беҙгә әйләнеп ҡайта
Изгелек эшләргә ашығайыҡ, ул беҙгә әйләнеп ҡайта
Изгелек эшләргә ашығайыҡ, ул беҙгә әйләнеп ҡайта
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас