

Унда иң ғәйрәтлеләр көсөн милли көрәштә һынай, етеҙҙәр ауыш бағанаға, состар бейек баҡанға эленгән бүләк артынан үрмәләй. Халыҡ уйындарында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа әүҙем ҡатнаша.
Быйылғы һабантуйҙа ла үҙен етеҙлектә, таһыллыҡта һынаусылар байтаҡ.
Спорт саралары район хакимиәтенең физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Рөстәм Гянджаев, «Йәшлек» үҙәге директоры Екатерина Кукушкина тырышлығы менән ойошторола.
Милли көрәш майҙаны, һәр йылдағыса, сараның иң тамашалы урыны булып ҡала.
Майҙанға бил ныҡлығын һынар өсөн береһенән - береһе көслө көрәшсе сыға. Районда был спорт төрө менән ҡыҙыҡһыныусылар артыуы ҡыуандыра.
Шыма, бейек баҡан осона эленгән бүләкте алыу өсөн көс кенә түгел, тәүәккәллек, ныҡышмаллыҡ талап ителә. Бейеккә үрләр өсөн шөғөлләнеп, үҙен алдан әҙерләгәндәр ҙә бар икән. Шулай ҙа, остағы бүләккә һәр кем эйә була алмай.
Беләк көсөн һынарға теләгәндәрҙең сығышын ҡарар өсөн ҡул көрәше (армреслинг) майҙансығы янына йыйылғандар ир-егеттәрҙең ныҡышлығын ҡыҙыҡһынып күҙәтә.
Көслө беләгендә гер уйнатҡан көслө затты «Йөҙгә еткер!», «Туҡтама! Тағы берҙе!» тигән тауыштар еңеүгә дәртләндерә.
Һабантуй барған яланда быйыл беренсе тапҡыр еңел атлетика буйынса ярыш уҙа. Йәйәнән уҡ атыу, бокс, шахмат һәм шашка ярышында, волейбол һәм мини-футбол буйынса турнирҙа ҡатнашыусылар ҙа байтаҡ.
Байрамда халыҡ уйындары һәм спорт ярыштары уҙған һәр майҙанда көйәрмәндәрҙең: «Әйҙә, етеҙерәк!», «Бирешмә!», «Тиҙ бул!» тигән тауышы яңғырай. Спортҡа битараф булмағандар спортсыларҙың шулай көс-дәртен, ҡеүәтен арттырып тора.
Тамашасыға «Ҡыҙ ҡыуыу» тип исемләнгән үҙенсәлекле халыҡ уйынын йылдағыса «Толпар» ат спорты комплексы спортсылары күрһәтә.
Үҙ даланын тоҡ менән һуғышыу, күҙҙе бәйләп көршәк ватыу, көйәнтәгә һыулы биҙрә элеп, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү һәм башҡа бик күп уйында һынай.
Бағанаға ултырып тоҡ менән «һуғышыу» ҙа борондан килгән уйын. Ҡаршылағы кешене кемуҙарҙан бәреп төшөрөргә тырышҡан «һуғышсы»лар тамашасыға тик ыңғай тәьҫорат бүләк итә. Һәр уйындағы кеүек унда ла, әлбиттә, еңеүсе һәм еңелеүсе була.
Һыуға төшөп балыҡ тотоу ҙа бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Унда ҡатнашҡандар ҡармаҡһыҙ ҙа эре балыҡтарҙы эләктерә ала.
Бер һүҙ менән әйткәндә, спорт ярышында, уйында ҡатнашҡан һәр кем нимәгәлер һәләтле булыуын күрһәтә.