

Ватаныбыҙ үҙенең күп милләтле, берҙәм һәм татыу халҡы менән көслө. Беҙ ил тарихын, төрлө йылдарҙа уның азатлығын һәм яҡты киләсәген яҡлаған һәм һаҡлаған ватандаштарҙы хөрмәтләйбеҙ.
Бөгөн Мәләүез мәҙәниәт һарайында Рәсәй көнө айҡанлы тантаналы сара үтте. Унда район башлығы Зәбир Ғабдуллин райондаштарҙы Рәсәй көнө менән ҡотлап, Маҡтау грамотаһы һәм Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Азатлыҡ, тыныслыҡ, милләт-ара дуҫлыҡ байрамы булараҡ билдәләнгән сара ил халыҡтары татыулығын, йәмғиәттәге берҙәмлекте сағылдырҙы.
Ул күңелендә Рәсәйгә һөйөү һәм тоғролоҡ, илһөйәрлек хисе йөрөткән һәр кем өсөн мөһим. Ниндәй генә милләт вәкиле булһаҡ та, беҙҙең барыбыҙҙы ла Рәсәй, уның яҙмышы, үткәне һәм киләсәге бәйләй.
Автор фотолары.