Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Асылыбыҙ - милли биҙәүестә

Күңеленә яҡын шөғөлөнә күберәк эштән бушағанда, ҡышҡы оҙон кистәрҙә тотона.

Асылыбыҙ - милли биҙәүестәАсылыбыҙ - милли биҙәүестә
Асылыбыҙ - милли биҙәүестә

Һуңғы йылдарҙа башҡорт милли кейемен, биҙәүестәрен тергеҙеү, уларҙың тарихын өйрәнеү, популярлаштырыу менән шөғөлләнеүселәр артыуы күҙәтелә. Төрлө кимәлдә уҙған конкурс, сара, оҫталыҡ дәрестәре лә мәҙәни мираҫыбыҙҙы танытыуға булышлыҡ итә.

Район-ҡалала ла милли кейем тегеүсе, биҙәүес яһаусы оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар бар. Бәләкәй Шәрип ауылы клубы мөдире булып эшләгән Ғәлиә Үҙәнбаева ла шундайҙарҙың береһе.

Смаҡ ауылында тыуып үҫеп, Бәләкәй Шәрипкә килен булып төшкән Ғәлиә Әҙһәм ҡыҙы 2016 йылдан ошо ауылдың мәҙәниәт усағында эшләй.

Район-ҡалала, Арыҫлан ауыл биләмәһендә уҙған сараларҙан ситтә ҡалмаған, үҙ эшен яратып, күңел һалып башҡарған хеҙмәткәр ауыл халҡының ла әүҙем булыуын билдәләй. Унда төрлө йәштәге кешене - олоһон да, кесеһен дә берләштергән саралар уҙыуы ла ошо хаҡта һөйләй.

Төп эшенән тыш үҙ ҡулдары менән халҡыбыҙҙың милли биҙәүестәрен дә эшләгән оҫтабикә үҙ тәжрибәһен башҡалар менән дә ихлас уртаҡлаша.

Фото архивтан. 

Автор:
Читайте нас